Башҡортостанда бөгөн республиканың 190 меңгә яҡын кешеһенә “һуғыш балалары” статусын биреү мәсьәләһе ҡуҙғатылды. Был башланғысты сәйәсмәндәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре әүҙем күтәреп алды, дәррәү фекер алышыуға ҡушылды.
“Өсөнсө йәш халыҡ университеты” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Рафиҡ Хәйҙәров әйтеүенсә, был закон проекты барыбыҙ өсөн дә мөһим һәм кәрәк. Эш башы аҡсала ғына түгел, тип иҫәпләй ул.
“Беҙ был мәсьәлә менән власть органдарына бер тапҡыр ғына мөрәжәғәт итмәнек. Һүҙ бит аҡса түләү тураһында ғына бармай. Республика етәксеһе ҡултамғаһы менән открытка алыу ҙа ололар өсөн ҙур шатлыҡ. Һуғыш балаларының күбеһе 80 йәште уҙҙы. Уларҙың ғүмерен фиҙакәр хеҙмәт батырлығына тиңләргә була. Һуғыш ваҡытында станок артында, баҫыуҙарҙа эшләнеләр, аҙаҡ илде тергеҙеүгә көс һалдылар. Ни өсөн тап ошо кешеләр бөгөнгәсә иғтибарҙан, дәүләт ярҙамынан мәхрүм?
Һуғыш арҡаһында күптәре белемһеҙ ҡалды, сәләмәтлектәрен, туғандарын юғалтты. Уларға иғтибар биреү өсөн ваҡыт етте, тип иҫәпләйем. Беҙ әлеге ваҡытта Бөйөк Ватан һуғышы осоронда етем ҡалған кешеләрҙең исемлеген төҙөйбөҙ. Был тарих өсөн, йәш быуын өсөн, илһөйәрлек тәрбиәләү өсөн әһәмиәтле, балаларыбыҙ был хаҡта белергә һәм иҫтә тоторға тейеш".
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы депутаттары Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға һуғыш ваҡытында тыуған һәм уның башланыу мәленә 14 йәше тулмаған кешеләргә айырым статус биреүҙе тәҡдим иткән закон проектын әҙерләп тапшырғайны.