Оҙаҡ йылдар буйы ғүмер юлын ҡулға-ҡул тотоношоп үткән ғаиләләр һоҡланыу һәм хөрмәт тыуҙыра. Шуларҙың береһе, Минеғоловтар ғаиләһе Миәкә районының Шатмантамаҡ ауылында йәшәй. Алтмыш йыл буйы аңлашып, татыулыҡта һәм ышаныста йәшәп ҡара! Һәр кемдең дә ҡулынан килмәй бындай һәләт. Тормош юбилярҙары бына бер нисә көн инде туғандарынан, ауылдаштарынан ҡотлауҙар ҡабул итә.
Ғаилә башлығы Әҙип Ғиләж улы менән хәләл ефете Гөлсәсәк Әхмәт ҡыҙы ғүмер буйына тыуған ауылдарында хеҙмәт иткән. Йорт хужаһы пенсияға сыҡҡансы “Урал” хужалығында баш зоотехник, ә ҡатыны һауынсы булып эшләй. Гөлсәсәк Әхмәт ҡыҙы тырыш хеҙмәте менән яҡшы күрһәткестәргә өлгәшә, һәр саҡ алдынғылар рәтендә була. Бына тигән тәртипле, белемле биш бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Ауырлыҡтарҙы улар ныҡышмалыҡ һәм тоғролоҡ менән үтә. Хәҙер улар ейән-ейәнсәрҙәрен, бүләләрен тәрбиәләргә ярҙам итә. Бәхетле парҙы гәүһәр туйҙары менән ҡотларға ЗАГС хеҙмәткәрҙәре, Елдәр ауыл советы етәкселәре лә килгән. Тормош юбилярҙарына Башҡортостан Башлығы исеменән ҡотлау хаты һәм иҫтәлекле бүләк тапшырылған. Беҙ ҙә Минеғоловтар ғаиләһен оло байрамдары менән ҡотлап, уларға оҙайлы ғүмер, сәләмәтлек теләйбеҙ!