Яугир-шағир, беренсе уҡытыусым Әмир Моратов 1956 – 1965 йылдарҙа Мәҡсүттә йәшәне, беҙгә белем бирҙе. Төрлө йылдарҙа Әбйәлил районының Әлмөхәмәт, Хәйбулла районының Аҡъяр, Йылайыр районының Юлдыбай мәктәбендә белем алған. Һуңғы йылдарҙа Сибай ҡалаһында йәшәне.
Беҙҙең ауылда тәүҙә мәҙрәсә, аҙаҡ, 1930 йылдарҙа, колхоз йәштәре мәктәбе асыла. Ул ваҡытта ни өсөндөр уҡытыусыларҙы мәктәптән-мәктәпкә күсереп йөрөттөләр. Бер урында бер-ике йыл эшләгәндән һуң – икенсе мәктәпкә. Мәҡсүткә килгәндә, кемдәр генә эшләмәгән туған мәктәбемдә. Күптәрен белмәйбеҙ ҙә, ә ҡайһы берҙәрен һаман да иҫләйбеҙ.
1956 йылда Мәҡсүткә Әмир Фәттәх улы Моратов уҡытырға килде. Күренекле яугир-шағир тураһында матбуғатта күп яҙылды, киләсәктә лә яҙырҙар, ләкин уның биографияһының бығаса билдәле булмаған биттәре бар. Әмир ағай беренсе уҡытыусым булды. Бығаса килгән уҡытыусылар бер-ике йыл эшләй ҙә төпкөлдәге ауыр тормоштан китеү яғын ҡарай ине, ә Әмир Фәттәх улы, ныҡлап төпләнергә уйлап, ғаиләһе һәм мал-тыуары менән күсенде.
1930 йылдарҙа Вознесенканан бер урыҫты кулак тип Себергә һөргөнгә ебәргәс, шуның өйөн Мәҡсүткә күсереп, мәктәп һәм кистәрен клуб итеп файҙаландылар. Хәтерләүемсә, ике ҙур бүлмәһе, унан башҡа ашханаһы булған ҙур ғына йорт ине. Тәүҙәрәк ҡатын-ҡыҙ ғына уҡытҡас, ир ҡулы теймәгәнгә күрә, ашхана түбәһе сереп, һыу аға, бина яйлап емерелә башлаған ине. Әмир Фәттәх улы килгәс тә ремонтҡа тотондо. Ауылдың ир-егеттәре лә ярҙам итте.
Көҙ еткәнсе түбәһе тимер ҡалай менән ябылған, буялған, эсе-тышы һыланған һәм аҡланған, ыҡсым ғына соланы булған матур ғына мәктәп килеп сыҡты. Уның бер бүлмәһендә балалар уҡыһа, икенсеһендә ғаиләһе – ҡатыны Бикә Зәйнетдин ҡыҙы, ҡыҙҙары Гөлсирә һәм Флүрә, улы Венер менән Әмир ағай урынлашты. Мин бынан китергә уйламайым тигәндәй, малы өсөн һарай, үҙҙәренә йәйге аласыҡ та төҙөп ултыртты һәм беҙгә ныҡлап белем бирергә тотондо.
Тәүҙәрәк кластарҙа бер-ике генә бала булһа (һуғыш касафаты инде) 1959 йылдың 1 сентябрендә беренсе класҡа ете бала барҙыҡ: мин – Әбделәхәт, Хәҙисә, Рәйсә, Зөһрә, Алма, Зәйнулла, Азамат. Йылдан-йыл балалар күбәйә барҙы. Бер генә бүлмә булғас, ике сменала уҡый башланыҡ. Икенсе уҡытыусы – ауылдашыбыҙ, аҙаҡ билдәле педагог булып китәсәк Рәфҡәт Хәйрулла улы Мәхийәнов килде.
Әмир ағай тыуған ауылы яғында – Йылайыр буйында атаһынан ҡалған сабынлығы Алағайынлыҡта малы өсөн бесән сапты. Балыҡ ҡармаҡларға, һунарға йөрөргә яратты. Әҙ генә буш ваҡыты булһа, ял көнө етһә, мылтығын аҫып йә һунарға, йә ҡармаҡ-ҡыуалдарын алып, балыҡҡа йөрөр ине. Йыш ҡына балыҡтан ҡолас буйы сорағайҙар алып ҡайта торғайны. Бер ваҡыт бар ауыл халҡын аптыратып, ҙур суртан тотто. Ҡайтып килә – суртандың башы яурынында, ҡойроғо ергә һөйрәлгән.
Әмир Фәттәх улы мәҡсүттәр менән аралашып, ҡатнашып йәшәне. Ҡоҙалары булғас, атайым Һибәтулла һәм Мөхәмәтйән ағайым менән бигерәк тә яҡшы аралашты, ағайым менән һунарға, балыҡҡа бергә йөрөштөрҙөләр. Атайымдың бер туған апаһы Мәстуха Ишембәт ауылы кешеһе Мөхәррәм Моратовта (Әмир ағайҙың нәҫеле) тормошта ине.
Әмир ағай 10 йыл йәшәп, Мәҡсүттән күсеп киткәс тә ауылды онотманы. Тыуған ауылындай күреп, йыш килер ине. Бигерәк тә фронтовик булараҡ 9 Май көнө килә торғайны. Хатта Сибайға күсеп киткәс тә ауылды онотманы. Бер тапҡыр ҡыҙы Флүрә, кейәүе Шакир менән килгәнендә “Башгвардеец улына беренсе уҡытыусыһынан” тип автограф яҙып, миңә “Хәтер” китабын бүләк итте.
Мәҡсүт мәктәбе бай тарихлы. Тағы ла ул Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ике тапҡыр булып китеүе менән дә данлыҡлы. 1962 йылда уҡытыусыбыҙ Әмир Моратовтың саҡырыуы буйынса Мостай ағай беҙҙең мәктәптә балалар менән осрашты. Икенсе тапҡыр, 30 йыл үткәс, 1990 йылда Мостай Кәрим, Әмир Моратов бергәләп килделәр. Шулай итеп, халыҡ шағиры менән тағы бер күрешергә насип булды.
Ауылдаштарым, яҡташтарым изге күңелле, оло йөрәкле, ауыл данын күтәргән шәхестәрҙе онотмай. Былтыр Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, яугир-шағир Әмир Моратов иҫтәлегенә Мәҡсүттә, Орҡоҙ тауы битендәге “Еңеү паркы”нда, иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылды. Хәтирәләремде Әмир ағайҙың бер шиғырынан өҙөк менән тамамлағым килә:
Барам әле, барам ахырғаса,
Ҡеүәт-ҡарыуҙарым ҡайтҡансы.