Быйылғы йыл республикабыҙҙа Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы тип иғлан ителде. Ошоға бәйле барлыҡ ғүмерен алдынғы колхозсы булып эшләгән, күп маҡтауға, миҙал һәм рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ булған 93 йәшлек хеҙмәт ветераны Хөмәйрә апай тураһында һөйләгем килә. Ул Күгәрсен районының Оло Эйек йылғаһы буйында урынлашҡан Сапыҡ ауылында тыуған һәм бар ғүмерен шунда лайыҡлы хеҙмәттә үткәрә.
Сапыҡ – борондан ҙур мәсетле, мәҙрәсәле, оло баҙары менән Ҡыҙыл Мәсет ерендә генә түгел, тирә-яҡта билдәле булған ауыл ул. Әле лә аң-белемгә ынтылыусан, әҙәпле, эшсән, итәғәтле халыҡ йәшәй унда.
Ваҡытында тәрән белеме, алдынғы ҡарашы менән күп тарафтарҙа киң билдәле булған Әбделғәлләм хәҙрәттең ейәнсәре ул Хөмәйрә апай. Әбделғәлләм хәҙрәт Ибраһимов (халыҡ уны Ғәлләм хәҙрәт тип йөрөттө) тәүге белемде өйҙә әсәһе Вазифанан ала. Тимәк, ул әле ауылдағы мәҙрәсәгә барғанға тиклем уҡырға өйрәнгән, төркисә китаптарҙы, “Әфтиәк”те уҡый белгән. Артабан ул данлыҡлы Стәрлебаш мәҙрәсәһендә төплө белем ала, ғәрәп морфологияһын һәм синтаксисын яҡшы өйрәнә, фарсы телендә шиғырҙар ҙа яҙа.
Ғәлләм хәҙрәт үҙенең тырышлығы менән дин ғалимы дәрәжәһенә күтәрелә. Сапыҡҡа ҡайтып, имам-хатип итеп тәғәйенләнә, мәҙрәсәлә уҡыта. Намыҫлы, тәртипле шәхес өлгөһөндә белемгә ынтылған яңы быуындар үҫә. Ғәлләм хәҙрәт нәҫеле булған Әхмәҙи Ибраһимовтың тырышлығы менән ауыл халҡы иҫке мәсет урынына яңыһын һалды, ул ауылға ҡот һәм йәм биреп ултыра.
Хөмәйрә апай ҙа үҙ нәҫеленең бәҫен төшөрмәй ғүмерен намыҫлы хеҙмәткә бағышлай. Ауыр һуғыш йылдарында үҙ тиҫтерҙәре кеүек йәшләй генә колхоз эшенә егелә. 1948 йылда ауылдашы Әхмәт исемле егет менән ғаилә ҡороп ебәрәләр. Икеһе лә ең һыҙғанып колхозда эшләй, тик күп тә үтмәй, ире Әхмәт Хөсәйеновты әрме сафына алалар, ул Порт-Артур ҡалаһында дүрт йыл хеҙмәт итә.
Хөмәйрә апай тырыш хеҙмәте менән абруй ҡаҙана: колхоз идараһы ағзаһы, ауыл Советы депутаты итеп һайлана. Төрлө курстарҙа уҡып, тракторсы, комбайнсы һөнәрҙәренә эйә булған, үҙен яҡшы белгес итеп танытҡан Әхмәтте лә тракторсылар бригадиры итеп тәғәйенләйҙәр. Ҡатыны Хөмәйрә һуғыш йылдарындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн миҙал менән бүләкләнә, ә Әхмәт Маҡтау грамоталарына, 1971 – 1972 йылдарҙа совхозда “Иң яҡшы комбайнсы” исеменә лайыҡ була. Уға хатта “Москвич-412” автомобиле бүләк итәләр. Улар икеһе лә тырышып эшләп, хеҙмәт ветераны булып танылды.
Татыу, матур ғаиләлә ете бала үҫте. Уларҙы үҙ өлгөләрендә эшһөйәр, илһөйәр итеп тәрбиәләнеләр, өсәүһе юғары белем алды, дүртәүһе – урта белемле белгес, хеҙмәт уңғандары.
Иң оло ҡыҙҙары Фәйрүзә – юғары белемле педагог-тәрбиәсе. Күп йылдар Мәләүез ҡалаһындағы 15-се балалар баҡсаһында мөдир вазифаһын башҡара. 1988 йылда баҡсала башҡорт төркөмө аса һәм Мәләүез ҡалаһында беренселәрҙән булып үҙе етәкләгән учреждениены башҡорт балалар баҡсаһына әйләндереүгә өлгәшә. Балалар баҡсаһында 27 йыл мөдир булған Фәйрүзә ата-әсәһе кеүек наградаларға бай. Ул – ике бала әсәһе, балалары – юғары белемле юристар. Үкенескә ҡаршы, Фәйрүзә Әхмәт ҡыҙының ғүмере ҡыҫҡа булды: ул 60 йәшендә генә донъя ҡуйҙы.
Хөмәйрә менән Әхмәт Ибраһимовтарҙың һәр балаһы һәләтле, белемле, милли рухлы, уңышлы хеҙмәт иткән белгестәр булып танылды. Әкрәм Әхмәт улы – юғары белемле зоотехник, ҡымыҙ етештереү, башҡорт тоҡомло йылҡылар үрсетеү буйынса арымай-талмай эшләгән кеше ул.
Резеда, Бөрө педагогия институтында уҡып, педагог-тәрбиәсе дипломына эйә була һәм Мәҡсүт ауылында балалар баҡсаһында 20 йыл мөдир булып эшләй. Бөгөн дә ул эш өҫтөндә – Мәҡсүттә мәҙәниәт һарайы хужабикәһе.
Әлфиә – хисапсы-бухгалтер. Йомағужа ҡасабаһында йәшәй. Өс улы ла юғары белемле белгес, һәр береһенең үҙ шөғөлө бар. Әхтәм – механик-технолог, ике бала атаһы. Миңзәлә лә, үҙ ауылы Сапыҡта ғүмер буйы хисапсы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты – ире Насибулла менән өс балаға ғүмер биргән өлгөлө ғаилә. Бал ҡорто үрсетәләр, мал аҫрап матур йәшәйҙәр. Төпсөк ҡыҙҙары Гөлсәсәк нефть техникумын тамамлай. Бөгөн ул Иҫәнғолда йәшәй, өлгөлө, тәртипле балалар әсәһе.
Хөмәйрә менән Әхмәт Ибраһимовтар 72 йыл татыу ғүмер итте. Иптәше 90 йәшендә донъя ҡуйғас, хәҙер Хөмәйрә апай Иҫәнғолда кесе ҡыҙы Гөлсәсәк янында йәшәй. Ул әле лә асыҡ йөҙлө, үткәндәрҙе ентекләп һөйләй, көлөп тә, йырлап та ебәрә. Уның һөйләгәндәрен тыңлау – үҙе бер тарих.
– Колхозда көнө-төнө ең һыҙғанып эшләнек, балалар үҫтерергә лә өлгөрҙөк. Улар бер-береһен ҡарап үҫте. Төш еткәс, өлкәнерәктәре сабыйҙарҙы арбаға тейәп килтерер ҙә, имеҙҙереп алып, кире ҡайтып китер ине. Хәҙер йәштәргә бала үҫтереү ауыр түгел, Хөкүмәт ярҙам итә, шулай ҙа табып бармайҙар. Беҙҙең күршеләр менән өс өйгә 34 бала үҫте, – тип һөйләй ул.
Хөмәйрә апайҙың 19 ейән-ейәнсәре, 24 бүлә-бүләсәре бар. “Бөтәһе лә ихтирам итеп, хәлемде белеп тора, ярҙам итә, шул бәхет түгелме ни? Балалар – ҡартлыҡта шатлыҡ һәм терәк ул. Уларға ваҡытында дөрөҫ тәрбиә бирергә генә кәрәк”, – ти ағинәй.
Хөмәйрә апай, “Юлдаш” радиоһын тыңлап, республика яңылыҡтары менән таныша. Уға йәш быуындың үҙ-үҙен тотошо, еңел-елпе, мәғәнәһеҙ йырҙары оҡшамай. Шуға ул тиҙ генә боронғо “Тәфтиләү”, “Таштуғай”, “Сәлимәкәй” кеүек йырҙарҙы көйләп ебәрә, таҡмаҡ әйтеп, ултырған ерендә аяҡтарын тыпырҙатып ала.
– Донъя бөтөнләй үҙгәрҙе. Бер ҡараһаң, еңел кеүек, икенсе яҡтан, кешелә йән тыныслығы юҡ һымаҡ. Аҡса заманы булғанғамы икән, тип ҡуям. Һәр кем байлыҡ артынан ҡыуа, ә донъяның йәме беҙҙең замандағы кеүек түгел, тормош мул булһа ла, кешенең йөҙөндә йылмайыу юҡ. Бөтмәҫ мәшәҡәтен хәл итеү уйы менән яна әҙәм балаһы. Беҙҙең заманда бит йүнле кейем-һалым да булманы, ашау яғын әйтеп тораһы ла юҡ, шулай ҙа кешенең йөҙө яҡты, күңеле саф ине, – тип уй-фекерҙәрен теҙә Хөмәйрә апай.
Тормош тәжрибәһе ул дәүерҙәге һуғыш балаларын әҙәпкә, сабырлыҡҡа, кеше ҡәҙерен белергә, берҙәмлектең көсөн аңларға өйрәткән. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, уның аңының тәрәнлегенә, аҡылының теүәллегенә һоҡланаһың.
– Ғүмер эш менән бик тиҙ үтте, әйтерһең дә, миңә әле генә 18 йәш тулған. Шуныһы ҡыуаныслы: Аллаһ Тәғәлә беҙгә эш бәхетен дә, аш бәхетен дә йәлләмәй бирҙе, тырышлыҡ менән ас-яланғас булманыҡ. Һаулыҡ, татыулыҡ, ил именлеге бирһен Хоҙай, – тип ихлас теләктәрен әйтеп ҡуя ул.