Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә 2021 йылда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 76 йыллығына арналған тантаналы сараларға әҙерләнеү һәм уларҙы үткәреү буйынса республика ойоштороу комитеты ултырышы булды. Уны төбәк Башлығы Хакимите етәксеһе Александр Сидякин үткәрҙе.
"Ошо көндәрҙә Еңеү көнөн байрам итеү буйынса федераль штаб “Үлемһеҙ полк” тантаналы йөрөшөн 24 июнгә күсерергә ҡарар итте, – тине Александр Сидякин. – Был коронавирусты күпләп йоҡтороу хәүефенә бәйле. Ә 9 майҙа “Үлемһеҙ полк” Бөтә Рәсәй акцияһы уҙғарыла. Унда теләге булған һәр кеше ҡатнаша ала".
Башҡа тантаналы саралар санитария-эпидемиологик нормаларҙы теүәл үтәп үткәрелә. Мәҫәлән, 7 майҙа “Башҡортостан” дәүләт концерт залында байрам концерты була. Фойела Республика Хәрби дан музейы фондарынан күргәҙмә ойошторола.
9 майҙа Өфөләге Еңеү паркында сәскә һалыу тантанаһы була. Баш ҡаланың Октябрь проспектынан Өфө территориаль гарнизоны, федераль башҡарма власть органдарының территориаль подразделениелары һәм ойошмалар хәрби хеҙмәткәрҙәре үтә. Парадта личный составтан 1,5 меңдән ашыу кеше, тынлы оркестр, заманса һәм Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы техника, бәләкәй авиация ҡатнаша. Рус драма театры алдындағы майҙанда хәрби машиналар экспозицияһы ойошторола.
Ленин исемендәге майҙанда байрам концерты була. Унда “Любэ” төркөмө сығыш яһай. Өфөлә Еңеү көнөнә арналған тантаналы саралар Ленин исемендәге майҙанда һәм Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең Мәҙәниәт һарайы алдында байрам салюты менән тамамлана.
“БЮТ” телеканалында байрам тура трансляцияла күрһәтеләсәк.
"Республика ҡала-райондарында урындағы мәҙәниәт йорттарының күсмә автоклубтары ветерандар эргәһенә юллана. Улар тантаналарҙа туранан-тура ҡатнаша ала. Улар йәшәгән йорттар эргәһендә концерттар ҡуйыла, парад үткәрелә", – тип хәбәр итте мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.
"Яҡын арала үтәсәк өмәләрҙә бөтә урамдарҙы һәм скверҙарҙы сүп-сарҙан таҙартыу ғына түгел, обелисктарҙы, иҫтәлекле урындарҙы, яугирҙәрҙең ҡәберлектәрен тәртипкә килтерергә кәрәк, – тине Александр Сидякин. – Иң мөһиме – бер ветеран да онотолмаһын. Уларҙың хәлен белергә, йорт мәшәҡәттәрендә ярҙам итергә, һр ҡайһыһына тейешле иғтибар күрһәтергә кәрәк".