Ветеран
24 Апрель 2021, 07:00

Салауаттар ветеран менән бәхилләшә...

"Ул шат күңелле, аралашыусан кеше булды. Еңеү көнөн ашҡынып көтә, парадҡа сығырға әҙерләнә ине..."

Салауат ҡалаһы халҡы 95 йәшлек һуғыш ветераны Василий Корнеевтың аяныслы үлеме менән килешә алмай, бөтә Европаны фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнашҡан разведчиктың тыныс, имен донъяла утта һәләк булыуына ҙур үкенес белдерә.
Салауат ҡалаһы хакимиәтендә яугирҙең тормош юлын яҡшы беләләр. Ветеран фатирҙа яңғыҙы йәшәгән, Еңеү көнөн ашҡынып көткән, парадҡа сығырға әҙерләнгән. Ҡала мэры әйтеүенсә, янғындың иҫке электр үткәргесенән сығыуы ихтимал. “Изгелек” хеҙмәте ветеранға даими ярҙам күрһәткән, йортон тәртипкә килтереп торған.
Һуғыш ветеранын Дан аллеяһында ерләйәсәктәр. Уны шат күңелле, аралашыусан кеше тип иҫкә алалар. Яугир Белоруссия, Польша, Германия ҡалаларын фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнашҡан. Хәтере бик яҡшы булған, һуғыш хәтирәләрен, даталарҙы иҫендә һаҡлаған. 17 йәшендә фронтҡа китеп, бөтә Европаны йәйәүләп үтеп, 1950 йылда ғына тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡан. Ике Ҡыҙыл Йондоҙ орденына, III дәрәжә Дан орденына, “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн” миҙалдарына лайыҡ булған. Яугирҙең атаһы ла һуғышта һәләк булған, генерал Минеғәле Шайморатов командованиеһындағы 112-се кавалерия дивизияһында хеҙмәт иткән.
Һуғыштан һуң дуҫы менән Фирғәнә яҡтарына сығып китә, шахтала эшләй, шунда Валентина исемле ҡыҙҙы осрата. 1952 йылда Башҡортостанға әйләнеп ҡайталар, Салауат ҡалаһы төҙөлөшөндә ҡатнашалар. Хеҙмәттәге уңыштары өсөн Василий Иванович Хеҙмәт Даны ордены менән наградлана. Еңеү байрамын ҡаршылар алдынан бына шундай намыҫлы, оло йөрәкле кешене юғалттыҡ...
Фото: Салауат ҡалаһы хакимиәте.
Читайте нас