Тыуған илебеҙгә һигеҙ Советтар Союзы Геройы биргән Йылайыр районында бөгөн йәнә бер һалдат ерләнде.
79 йылдан һуң тыуған ере тупрағына Севостополде һаҡлауҙа 1942 йылда батырҙарса һәләк булған Петр Ириковтың табылған һөйәктәре уның тыуған ауылында- Үрге Казармала ерләнде. Һалдаттың һөлдәһен эҙәрмән-ирекмәндәр табып ала һәм район етәкселеге тарафынан ойошторолған делегация Ҡырымға барып, батыр яҡташының кәүҙәһен тыуған еренә алып ҡайта.
Петр Роман улы Советтар Союзы Геройы Николай Ириковтың бер туған ағаһы булып сыға. Севостополь ҡалаһының эҙәрмән отряды уның һөлдәһен таба һәм туғандарына мөрәжәғәт итә.
Һалдатты ерләү сараһында Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов, хәрби комиссариат, ветерандар ойошмаһы вәкилдәре, йәмәғәт ойошмаларынан кешеләр ҡатнашты. Был сараның Бөйөк Еңеү көнө алдынан үтеүе бигерәк тә әһәмиәтле. Тыуған илебеҙ өсөн һәләк булған ата-олайҙарыбыҙҙы онотмаҫҡа, уларҙың рухы алдында баш эйергә бурыслыбыҙ.
Нисәмә тиҫтә йылдарҙан һуң тыуған еренә әйләнеп ҡайтҡан Йылайыр һалдатының рухы, ниһайәт, тыныслыҡ табыр, тип ышанабыҙ.
Фото: Йылайыр районы хакимиәте сайты.