Олатайым Сөләймән Ғаззал улы һәм уның атаһы Ғаззал Уйылдан улы Вилдановтар икеһе лә һуғышта ҡатнашҡан. Ғаззал олатайым һуғыштың тәүге көндәрендә үк фронтҡа китә. Ул, пехота-уҡсылар дивизияһына эләгеп, аяуһыҙ һуғыштың иң ҡаты бәрелештәрендә ҡатнаша. Ғаиләһенә бер-ике хат яҙып өлгөрә, әммә тиҙҙән уның часынан “ҡара ҡағыҙ” килә.
Ҡайғылы хәбәр алғандан һуң, 1942 йылдың ғинуарында Сөләймән олатайым да һуғышҡа китә. Көнбайышта немец фашистарына ҡаршы ҡаты һуғыш барғанда, Японияның Квантун армияһы беҙҙең илгә бына-бына һөжүм итергә әҙерләнгәндә, Сөләймән олатайым Алыҫ Көнсығышҡа эләгә.
Ул Ҡыҙыл байраҡлы Амур флотилияһында, карапта матрос-артиллерист булып хеҙмәт итә башлай. Флотилияның базаһы Зея йылғаһының Амур йылғаһына ҡойған тамағында урынлашҡан була. Караптары иһә Амур йылғаһында, Тымыҡ океанда рейдтарға йөрөй, ил сиген һаҡлай, Японияның Квантун армияһын тар-мар итеүҙә ҡатнаша.
Сөләймән олатайым һуғышҡа киткәс, туғандары ауылда ят кешенән хат ала. Унда “Уйылданов Ғаззал Уйылдан улы иҫән, әммә бик ҡаты яраланған, контузия алған, әле госпиталдә ята” тип яҙылған була. Ә госпиталь алыҫ Төркмәнстанда урынлашҡан. Шулай итеп, 1944 йылда быға тиклем “вафат булды” тип ҡайғылы ҡағыҙы килгән Ғаззал олатайыма, күкрәгенә орден-миҙалдар тағып, яралары уңалып та бөтмәйенсә, тыуған яғына ҡайтыу бәхете тейә. Тик ауыр тән яралары оҙаҡ йәшәргә бирмәй – өс йылдан һуң ул вафат булып ҡала.
1942 йылда һуғышҡа алынған Сөләймән олатайым иһә туғыҙ йыл хеҙмәт иткәс, өсөнсө ранг капитаны чинында демобилизациялана. Ул хеҙмәт иткән ваҡытында ике тапҡыр тыуған яғына ялға ҡайтып китә.
Бер ҡайтҡанында атайым һау ине әле, тип иҫләй торған булған олатай. Бер хәтирәһе айырыуса иҫтә ҡалған. Дон йылғаһын аша сыҡҡанда, немец самолеттары беҙҙең ғәскәрҙе бик ҡаты бомбаға тота. “Әллә күпме һалдаттың ғүмере һыу эсендә өҙөлдө. Йылға өҫтө тулып пилоткалар йөҙә ине...” – тиер ине ул. Шул мәхшәрҙә олатайым нисек иҫән ҡалғандыр? Үҙенең ике яраланған дуҫын да һыуҙан һөйрәп сығарған...
Хеҙмәт иткәндә Сөләймән олатайым, ауылда кейем яғынан бик ауыр икәнде белеп, туғандарына үҙенә обмундирование итеп бирелгән формаларҙы йыйып бара. Тельняшка, ботинка, салбарҙарын әрһеҙләмәй, ипләп кейергә тырыша.
– Беренсе ялға ҡайтҡанда атайыма хром итек, буйға етеп килгән ике һеңлемә, әсәйемә Ҡытай баҙарынан күлдәклек тауар алып ҡайтып ҡыуандырҙым. Атайҙың итек өсөн ҡыуанғанын бер ҙә онотмайым. Кейеп ҡарар ҙа сисеп кире урынына ҡуйыр ине. Итек түрҙә генә ултырҙы.
...Был ҡәһәрле һуғыш күпме кешене ҡырҙы. Ауылдан һуғышҡа киткән бынамын тигән аҫыл егеттәр кире әйләнеп ҡайтманы. Мин Алыҫ Көнсығышҡа ғына эләгеп иҫән ҡалдым, тип әсенеп, дуҫтарын исемләп хәтерләр ине.
Ауылдағы халыҡ та һуғыш михнәттәрен күп күрә. Бөтә ауырлыҡ ҡатын-ҡыҙ, балалар иңенә төшә. Аслыҡ-яланғаслыҡ. Бер ҡустыһы ауырып үлеп ҡала.
Фронттан ҡайтҡас, Сөләймән олатайым бөтә ғүмерен балалар тәрбиәләүгә арнай. 40 йылға яҡын мәктәптә уҡыта, директор, директор урынбаҫары, мәктәптәге партия ойошмаһының секретары була.
Өләсәйебеҙ Наҡия Абдулла ҡыҙы Вилданова менән Таштимер ауылының абруйлы, татыу ғаиләһе булып, 49 йыл иңгә-иң терәп бергә ғүмер итәләр, дүрт бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Барыһына ла өлгө булып эшләнеләр, йәшәнеләр.
Олатайыбыҙ һуғышта туғыҙ йыл хеҙмәт итеп кенә ҡалмайынса, бөтә ғүмерен иленә, тыуған еренә, ғаиләһенә, яратҡан эшенә хеҙмәт итеүгә бағышлаған. Ул уҡымышлы, киң эрудициялы кеше булған. Ауылдаштары, уҡыусылары уны аҡыллы, йомшаҡ һүҙле, ипле, алсаҡ йөҙлө итеп иҫләй. Туғандарын тартып, уларға ярҙам итеп, ғаиләһендә ышаныслы ғаилә башлығы, өләсәйебеҙгә тоғро тормош иптәше, балаларына- ейәндәренә хәстәрле олатай булды.
Шул тиклем ҡаты һуғыштарҙа ҡатнашһа ла, был мәхшәр уның күңелен ҡатырманы, ул шул тиклем бала йәнле, йомшаҡ булды. Һуғыш тураһында күп һөйләргә лә яратманы:
– Балалар, һеҙгә уны күрергә яҙмаһын. Күк йөҙө аяҙ, киләсәгегеҙ бәхетле булһын, – тип, бөтә тормошон бәхетле һәм аяҙ тормош ҡороуға арнаны.
Сөләймән, Ғаззал олатайымдар – беҙҙең дәүерҙең батырҙары! Хәҙерге быуын уларҙан үрнәк алып, бер ҡасан да онотмай, эштәренә һәм хыялдарына тап төшөрмәй йәшәргә тейеш, минеңсә. Уларҙы хәтергә алам һәм ғорурланам!