Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 75 йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, был ҡанлы ғәрәсәттең эҙемтәләре бөтмәй, оло быуын кешеләренең әрнеү ғазаптары, яҡын кешеләрен юғалтыу һағыштары күңелдәрен һыҡрата. Архангел районының Заря ауылында йәшәгән тыл ветераны Рәшиҙә Шәһитулла ҡыҙы Зөбәйерова ла шул шанлы йылдар шауҡымын һаман онота алмай.
Рәшиҙә күршеләге Ҡауарҙы ауылында Хәҙисә менән Шәһитулла Нәзировтарҙың күп балалы ғаиләһендә етенсе бала булып донъяға килә. Уның бала сағы һуғышҡа тиклемге ауыр йылдарға, коллективлаштырыу осорона тура килә. Уға 11 йәш тулғанда Бөйөк Ватан һуғышы башланып китә. 1941 йылдың июнь айында, һуғыштың тәүге көндәренән үк, атаһы һуғышҡа китә һәм шул китеүенән ҡайтмай, яуҙа батырҙарса һәләк була.
Ҡәһәрле һуғыш арҡаһында атай наҙын, уның хәстәрлеген күрмәй үҫергә тура килә уға. Ауылдағы ир-ат берәм-берәм фронтҡа китеп бөтә һәм барлыҡ эш бала-саға, ҡарт-ҡоро ҡулына тороп ҡала. Рәшиҙә лә бәләкәйҙән колхоз эшенә егелә. 11-13 йәшлек балаларҙы баҫыу утарға ебәрәләр.
– Ул ваҡытта хәҙерге кеүек химик утау тигән нәмә юҡ, иген баш ҡалҡыта башлау менән бар халыҡты сүп үләндәрен утарға сығаралар ине. Шуны утау тип йөрөттөләр. Селләлә лә, ямғырҙа ла утауҙан ҡалыу юҡ, иген баш ҡоҫа башлағанға тиклем йөрөй инек. Беҙҙән олораҡ ҡыҙҙарҙы Үҙбәйҙәк тигән утарға Красноусол быяла заводын эшләтер өсөн утын әҙерләргә ебәрәләр ине. Ауылдан мине лә ебәрҙеләр, әрҙәнә киҫерлек хәлең юҡ, кәүҙәң бәләкәй, тип кире ҡайтарҙылар. Ауылда бесән дә саптыҡ, иген елгәреүҙә лә эшләнек, 30-40 саҡрым алыҫлыҡтағы Таҙлар станцияһынан (Ҡырмыҫҡалы районы) йөкмәп орлоҡ та ташыныҡ. Һуғыш осорондағы интегеүҙәрҙе, этләнеүҙәрҙе һөйләп тә, яҙып та бөтөрөрлөк түгел, – ти Рәшиҙә Шәһитулла ҡыҙы.
Береһенән-береһе бәләкәй һигеҙ бала менән тол ҡалған әсәһе, инә бөркөттәй, балаларына ел-ямғыр тейҙермәй, уларҙы ас-яланғас итмәҫкә тырышып эшләй һәм йәшәй. Әммә ул осорҙа, күпме генә тырышмаһындар, тамаҡтары икмәккә туймай, өҫ-баштары кейемгә мандымай. Заманы шулай була шул.
Бәләкәйҙән физик көс талап иткән эштәр башҡарырға тура килгәнгәме, уларҙың быуыны иртә өлгөрә. Рәшиҙә лә йәшләй, 17 йәше тулыр-тулмаҫ ҡына сағында, ауылдашы Хөрмәт Зөбәйеровҡа кейәүгә сыға. Йәшлек дәрте үҙенекен итә, улар һәүетемсә генә йәшәп алып китә. Әммә күпме генә тырышмаһындар, бик мандып китә алмайҙар, улар эшләгән колхоз да хәлле булмай шул. Күрше ауылда, башлыса латыштар көн иткән колхозда етешерәк тә, мулыраҡ та йәшәгәндәрен таныштары аша ишетә-белеп, шунда китергә булалар. Шулай итеп, 1960 йылда йәш ғаилә Максим Горький ауылы эргәһендәге Заря ауылына килеп төпләнә.
– Беҙгә килеү менән йәшәп торор өсөн бәләкәй генә бер йорт, бер тонна иген бирҙеләр. Ферма ихатаһынан үҙебеҙгә оҡшаған һыйырҙы һайлап алырға ҡуштылар. Эшсе көс бик кәрәк булғандыр инде, беҙҙе шулай бик йылы ҡаршы алдылар. Һәүетемсә генә йәшәп алып киттек, бер-бер артлы балаларыбыҙ тыуа торҙо. Хужалыҡтағы төрлө эште башҡарырға тура килде, гел алдынғылар рәтендә булдым, – ти хеҙмәт ветераны, шул йылдарҙы хәтерләп.
Ул башлыса фермала быҙау, тана ҡараусы булып эшләй. Малдары һәр саҡ көр була уның, исеме хужалыҡтың Маҡтау таҡтаһынан төшмәй. Шул дәүерҙә алдынғы колхозсыларҙың исем-шәрифен ҡыҙыл менән, артта ҡалғандарҙыҡын ҡара төҫтәге буяу менән колхоз идараһы алдындағы ҙур таҡтаға яҙып ҡуя торған булғандар. Ғаилә башлығы Хөрмәт Зөбәйеров ат ҡараусы булып эшләй. Ул да тырыш хеҙмәте менән ихтирам ҡаҙана. Зөбәйеровтар өс ул һәм ете ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә. Эйе, Рәшиҙә Шәһитулла ҡыҙы – тыл ветераны ғына түгел, Герой әсә лә.
– Үҙем 10 бала тапһам да, яҙмыш ҡушыуы буйынса 14 бала тәрбиәләп үҫтерергә тура килде. Икенсе ҡыҙым дүрт балалы көйө йәшләй генә үлеп ҡалды. Шулай итеп, ейән-ейәнсәрҙәремде лә ситкә ебәрмәй тәрбиәләп үҫтерҙем, – ти оло йөрәкле әсә.
Эйе, бер-бер артлы ҡайғылар ҙа күрергә тура килә уға. Ҡыҙының үлеменә егет ҡорона инеп барған ейәненең вафаты өҫтәлә, тормош иптәше лә мәңгелек йортҡа юллана. Әммә ул барлыҡ ҡайғыһын эш менән баҫа, ҡалған балалары етеш йәшәһен, өҫ-баштары бөтөн, тамаҡтары туҡ булһын өсөн бар тырышлығын һала. Ғаиләм ҙур, мәшәҡәт күп тип тормай, үҙ әсәһен дә Ҡауарҙынан Заря ауылына күсертә һәм уны һуңғы көндәренә тиклем ҡарай. Әсәһе туҡһан йәшен уҙып, ҡыҙы тәрбиәһендә баҡыйлыҡҡа күсә.
Бөгөн иһә Рәшиҙә Шәһитулла ҡыҙы, туҡһанды үтеп, унынсы тиҫтәне ваҡлай. Ҡолағы насар ишетеүгә, күҙҙәре күрмәүгә ҡарамаҫтан, зиһене теүәл, һәр балаһының, ейән-ейәнсәрҙәренең исемен барлап ултыра. Бөгөн уның 26 ейән-ейәнсәре, тиҫтәнән ашыу бүлә-бүләсәре бар. Балалары илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә йәшәһә лә, тыуып үҫкән нигеҙҙәрен онотмай, йыш ҡайтып, әсәләренең хәлен белеп тора. Ошо уҡ ауылда йәшәгән ҡыҙы Индира иһә көнөнә бер нисә тапҡыр килеп китә. Рәшиҙә Зөбәйерова бөгөн кесе улы Фират тәрбиәһендә йәшәй.
– Бынан алты-ете йыл элек Рәшиҙә апайҙың күҙенә операция яһанылар, бер күҙе бөтөнләй күрмәй, икенсеһе аҙ ғына күрә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ул тик тора белмәй, йәй буйы тиерлек баҡсаһында йөрөй, шул килеш сүп үләндәрен утай, башҡа эштәрҙе лә үҙаллы эшләргә тырыша. Ул электән егәрле булды. Тырыш хеҙмәте өсөн бик күп Маҡтау грамоталары, “Социалистик ярышта еңеүсе” билдәһе, юбилей миҙалдары менән бүләкләнде. Ауылыбыҙҙың уңған, хөрмәтле ағинәйе ул Рәшиҙә Шәһитулла ҡыҙы, – тине ауылдың ветерандар советы рәйесе Зөһрә Йәнешева.
Яҙмыш һынауҙары алдында һынмаған, ниндәй генә ауырлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, әсәлек бурысын намыҫ менән үтәгән, киләсәк быуынды дауам иттереүҙе үҙенең мөҡәддәс бурысы тип иҫәпләгән, балаларын ел-ямғыр тейҙермәй, ас-яланғас итмәй оло тормош юлына баҫтырған Герой әсәнең фиҙакәрлеге бөгөнгө йәштәргә өлгө булырлыҡ. Барыһы ла уның кеүек ысын мәғәнәһендә оло йөрәкле әсә булһа, бөгөн йәмғиәтебеҙҙә үкһеҙ етемдәр ҙә, социаль етемдәр ҙә бик аҙ булыр ине.