Һуғыштың иң ауыр, күтәргеһеҙ афәте – әсирлеккә төшөү. Рядовой Илһаметдин Ғәлиевтең иртәгә күрәһе көнө бармы? Беҙҙе артҡы флангтарҙа һаҡлап оҙатып йөрөгән НКВД-ның махсус ғәскәрҙәре ҡайҙа булды икән? Уларға әсирлеккә бирелергә, артҡа боролоп, фронт һыҙығын ташлап ҡасырға уйлағандарҙы урынында юҡ итеү өсөн Юғары командующийҙың махсус бойороғо бар. Улар Власовтың hәм уның эйәрсәндәренең һатлыҡ икәнен белгәс тә, ниңә ут асманылар икән? Бурыстары ошо бит. Ябай һалдатты ғүмеренең һуңғы минутына ҡәҙәр, һуңғы һулыш алғансы ошо һорауҙар борсоно, йөрәген телгеләне.
Һуғыш бөтөп ике йыл үткәс, ата-әсәләре, туғандары, ауылдаштары, йәштәштәре эргәһенә ҡайтып ингәндә оятынан үлер ине. Кемгә яҙмыш йәшәү бүләк итеп, орден-миҙалдар тағып ауылға ҡайтыу бәхете эләккән, уларҙың күбеһе Илһаметдинде күрмәмешкә һалышты, баштараҡ ул урамдан үткән саҡта, ҡапҡаларын асып кире инеп китәләр ине: бары тик һатлыҡ йән менән күрешмәҫкә, осрашмаҫҡа!
Ауыл һайын бер-ике “эт ауыҙы” бар бит ул. Әллә ҡайҙан иҫерек килеш һиңә: “Власовсы, паразит! Һин беҙҙе һаттың. Ауылға ни йөҙөң менән ҡайттың?!” – тип ҡысҡыра. Ундай хәлдәр күп булды. Түҙҙе Илһам ағай. Концлагерҙа ла бит аслыҡҡа ла, мәсхәрәләүҙәргә лә, мәйеттәрҙе машинаға тейәп, көн һайын ҡайҙалыр алып киткән ваҡыттарҙа ла түҙҙе. Кеше балаһы бөтә ауырлыҡтарға ла түҙә. Әсирлектән ҡотолғас, ике йыл НКВД хеҙмәткәрҙәренең кемдәре алдында ғына яуап тотманы икән?! Унда еңел булдымы ни?!.
Фронтҡа ул үҙ теләге менән китте. Йәшлеге сәскә атҡан саҡта ғына һуғыш башланды бит. Илһаметдин, илһөйәр булараҡ, фашистарға ҡаршы батырҙар кеүек көрәшә. Орден-миҙалдар менән бүләкләнә, әммә яҙмыш йөрөтә икән әҙәм балаһын – Власов ғәскәренә эләгә. Кис еткәндә яуға күтәрәләр. Ҡайҙа ҡарама – һаҙлыҡ. Ундай шарттарҙа йүгереү түгел, атлап та булмай. Үҙҙәренең етәкселәре көслө радиоалғыстан ҡысҡыра: “Беҙ ҡамауҙа ҡалдыҡ. Ғәскәрҙе юғалтмаҫ өсөн ҡоралдарығыҙҙы һалығыҙ, ҡулдарығыҙҙы күтәреп, оло юл йүнәлешенә сығығыҙ!” Илһаметдин һуңынан аңлай, улар эргәһендә ул ваҡытта кесе етәкселек булмай – уларҙы рация аша, йәнәһе, штабҡа килергә тип, айырым йыйып алған булалар. Бер ҡәбәхәт Власовтың һатлыҡ йән булыуы меңдәрсә ябай һалдаттың яҙмышын хәл итә. Политруктар, кесе командирҙар инде әсирлектә була. Алданғанды бер кем дә аңламай. Немец ғәскәрҙәре, ҡоралһыҙ һалдаттарҙы йыйып, Европаға – концлагерҙарға оҙата. Бына ошондай киҫкен яҙмыш боролошон үҙ башынан үткәрә Илһаметдин.
“Беҙҙең ризыҡ – көнөнә бер тапҡыр ҡайнаған һыуҙа бешкән он боламығы. Һинең кеше балаһы икәнеңде бөтөнләй оноталар. Һин гонаһһыҙға ғәйепле булып, выждан ғазабы кисереп, йәшәү өсөн көрәшәһең. Көнөнә меңәрләгән кеше үлә. Аслыҡ ҡыра ғәзиз йәндәрҙе. Фашизм – ҡот осҡос афәт, ҡайғы, хәсрәт. Һеҙгә күрергә яҙмаһын, беҙ үҙ елкәбеҙҙә татыныҡ инде!” – тип һөйләгән булған ул.
Хрущевтың был сәйәсәт йомшарған йылдарында ла уны мәктәпкә уҡыусылар менән осрашырға саҡырманылар. Бер ҡурҡҡан эт ете көн өрә, тиҙәр. Шәхес культы йылдары ине. Ҡоро урындыҡ өҫтөндә уянып китеп, инде был донъяла бер кемгә лә кәрәкмәгәнлегеңде аңлау иртә менән кәйефеңде ҡыра. Бер көн хәрби хеҙмәттәге ваҡиға төшөнә инә. Бер һалдаттың һаҡсы вышкаһының ағас баҫҡысына ғаиләһен, ауылын, тыуған ерен һағынып бәке менән уйып яҙған әйтем Илһаметдиндең хәтерендә ҡалған: “Солдата ждет только одна женщина, это ее мать!” Ошо һүҙҙәр йәшәтә уны. Концлагерҙа күргән михнәттәре инде роман яҙырлыҡ була. Кем сифатында булһа ла, әсәйгә ҡайтып күренергә, дөрөҫөн һөйләп бирергә! Ошо теләк, өмөт йәшәтә уны. Әсәй ғәфү итһә – етә! Донъяла хәҙер уны әсәһенән башҡа бер кем дә аңламаясаҡ. Ул аңлар, уның күңеле изге, уйҙары пак.
Уларҙы совет ғәскәрҙәре азат итә. Тик Илһаметдин өсөн иң ауыр осор башлана ғына әле. Сталиндың әйткән һүҙҙәре бар бит: “Германияла беҙҙең әсирҙәр юҡ, унда һатлыҡ йәндәр генә бар!” 1943 йылдың 12 апрелендә радионан ишеткән был һүҙҙәрҙе тейешле органдар үҙҙәренең эшендә йүнәлеш итеп ала. Сталиндың Заксенхаузен лагерында ҡалған улы Яков ошо һүҙҙәрҙе ишеткәс, ғәрлегенән электр уты тоташтырылған сеткаға ташлана. Әйткәндәй, был хәлде Илһаметдин үҙ күҙҙәре менән күрә.
Илһаметдин Тыуған ил сиген үткәндә, күҙҙәренә ирекһеҙҙән йәш тула. Бына уны махсус орган хеҙмәткәрҙәре көтә... Үҙебеҙҙекеләр ике йыл ыҙалата. Көн дә бер төрлө һорауҙар, интектереү, шикләнеү, йәберләүҙәр. Ниһайәт, уны ауылға ҡайтаралар. Ул ҡайтыуға Уразайҙа барыһы ла билдәле була: “Илһам – власовсы!” Ошо хурлыҡ тамғаһы менән ғүмере үтә.
Ауыр көндәре, йөрәкте әрнеткән минуттары күп була. 9 Май – Бөйөк Еңеү көндәрендә уны һанға һуҡмайҙар. Һуңғы һулышына тиклем үҙен ғәйепле тойоп баҡыйлыҡҡа күсә. Мәңгелеккә китеп, бер нисә йылдан һуң ғына уны тулыһынса аҡлайҙар, орден-миҙалдарын, хәрби дәрәжәһен кире ҡайтарыу тураһында указ сыға. Әруахтарға инде документ кәрәкмәй. Хоҙайым, Илһаметдин Ғәли улының рухына үҙ ҡөҙрәтеңдә рухи тыныслыҡ бир...
Улы Фәрҙәт танк ғәскәрҙәре составында хеҙмәтен намыҫлы үтәне, олатай нигеҙенә ҡайтып, ғаилә ҡорҙо. Ул башҡорттоң илһөйәр уҙаманы Илһаметдин Ғәлиев шәжәрәһен дауам итә. Эйе, тормош дауам итә һәм уның үҙ ҡанундары бар.