22 июндә Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға 80 йыл тула. Ошо ғүмер эсендә күпме ваҡиға, сыуалыш, үҙгәрештәр булды, яҡшыһы ла, яманы ла тигәндәй… Бөтәһен дә һөйләп бөтөрөрлөк түгел. Ниһайәт, быйыл һуғыш балаларының күптән көткән теләге тормошҡа ашты: уларҙың ололар менән бергә күргән нужаларын иҫкә алып, көнкүреш шарттарын аҙ булһа ла еңеләйтеү маҡсатында закон ҡабул ителде.
Республика етәкселегенең Еңеүгә 76 йыл тулыуға арнап, һуғыш балаларына ихтирам күрһәтеүе урынлы булды. Беҙҙең быуын кешеләре хәҙер бик аҙ ҡалған.
Һуғыш башланған көндәге мәхшәрҙе бөгөн иҫкә төшөрөүе лә ауыр. Ҡайғылы хәбәр бөтә ауыл халҡын шаҡ ҡатырҙы, күптәр ни эшләргә белмәй шаңҡып ҡалды. Беҙ, эреле-ваҡлы балалар, ололар эргәһендә бер ни аңламай өйөрөләбеҙ. Тәүге көндә үк саҡырыу ҡағыҙы алған ир-ат ғаиләһе менән хушлашып сығып та китте. Һәр өйҙә алтышар-етешәр бала менән ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙ һәм үҫмерҙәр генә ҡалды. 1941 йылда халыҡ бик бирешмәне әле, элекке запасы менән йәшәне. Ә 1942 йылдан башлап күргән михнәттәрҙе һис оноторлоҡ түгел. Ҡышҡа әҙерләнгән картуф, йәшелсә март айында уҡ бөттө, ашлыҡ тигәнде күптән оноттоҡ. Үлән сыҡҡансы, халыҡ аслыҡтан ныҡ интекте.
Быйылғы март айы һуғыш осорон иҫкә төшөрҙө. Көндөҙ ҡар өҫтөн аҙыраҡ иретә, ә кисен туңдыра, шуға көрт батмай, иртән ҡар өҫтөнән еңел йөрөп була. Ошондай саҡта таң менән әсәйҙәр беҙҙе уятып, туғайға тал борсағына ебәрер ине. Ҡайтҡанда ҡарҙа бата башлайбыҙ, тәгәрәй-тәгәрәй барабыҙ. Ҡайтыуға ҡаҙанда һыу ҡайнаған була, тал борсағын шуға һалып бешерәбеҙ, ул хас елем бутҡаһы кеүек була. Күптәр фермала үлеп ятҡан һарыҡты, атты сапҡылап алып ҡайтып та ашаны. Картуф баҡсаһы ҡарҙан арынғас, әлеге лә баяғы, бер төркөм бала-саға ҡар аҫтында ҡалған картуфты йыйырға сығабыҙ, ул эләкһә, бик шәп… Көҙҙән иген баҫыуында ҡалған башаҡты беҙҙән йыйҙырып, колхоз келәтенә бушаттыралар, йәнәһе, фронтҡа. Ырҙын табағын яҙ нисә тапҡыр аҡтарып сығарғанбыҙҙыр, белмәйем, көҙ төшөп ҡалған иген бөртөктәрен эҙләйбеҙ, ә улар юҡ, һепереп алып бөткәндәр, күрәһең.
Бер ваҡыт кешеләр, ауыҙ-морононан ҡан килеп, күпләп үлә башланы, бигерәк тә балалар араһында һәләк булғандар йәл ине. Баҡтиһәң, ҡар аҫтында ҡалған ашлыҡ ағыуланған, бына тағы бәлә… “Септик ангина” тигән ауырыу килеп сығып, күп кешенең ғүмерен өҙҙө. Ярай әле, Америка ярҙамға килеп, балаларға көнөнә бер тапҡыр йылы аш, икмәк биреп, күптәрҙе үлемдән алып ҡалдылар.
Көҙ башаҡ йыйырға рөхсәт юҡ. Бер йыл колхоз, ниңәлер, көнбағышты йыймай ҡалдырған. Апрелдә бөтә ауыл яртылаш серек көнбағыш башағын йыйып, киптереп, Троицк тирмәнендә май һыҡтырып алып ҡайтты. Инде яланда үләндәр ҙә күренә башлағайны. Йәш үләнде йыйып бешерәбеҙ ҙә, һыуға шул көнбағыш майын һалып ебәрәбеҙ, ул сода һалынғандағы кеүек ҡабарып китә, өйгә әсе серегән еҫ тула. Ашайбыҙ, бер ҙә үлергә теләмәйбеҙ. Әммә төрлө йәшел үлән етешкәс, ҡаҡы, йыуа, кесерткән, балтырған, ҡуян тубығы, ат ҡолағы, ҡуҙғалаҡ тамаҡҡа ялғау була башлай, унан емеш-еләк өлгөрә, яңы картуфты соҡой башлайбыҙ, шулай итеп, көҙ ҙә етә.
Яҙ балаларға ла эш етерлек була. Ҡыҫҡаһы, бәләкәйҙән ололар менән бер рәттән, аслы-туҡлы бил бөктөк. Был турала һөйләп тә, яҙып та бөтөрлөк түгел. Күрмәгәндәргә күрергә яҙмаһын, тип кенә теләйем. Балаларҙың эшләгән көндәрен иҫәпләү булманы, ололар ҙа “таяҡ”ҡа эшләп йөрөнө, шуға күрә хәҙер уларҙың хеҙмәт кенәгәһен, эш көндәрен талап итеүҙе мәғәнәһеҙлек тип иҫәпләйем. Ете-ун йәшлектәр колхоз баҫыуында, утауҙа, бесәндә эшләһә, үҫмерҙәр урман ҡырҡыуҙа, таш юл һалыуҙа хеҙмәт итте. Ҡыҙ-малайҙарҙы көсләп тигәндәй ФЗО-ға ебәрҙеләр, ауылдан сығып киткәндәрҙең ҡайһылары торф сығарған ерҙә һәләк булды, уҡырға киткәндәрҙең күбеһе ауылға кире әйләнеп ҡайтманы.
Әйткәндәй, кеше бит ҡышын да тик ултырманы, фронт өсөн эшләне. Ололар эргәһендә балаларға ла эш булды. Бер өйгә ҡатын-ҡыҙ йыйылып, төрлө шөғөлдәр менән мәж килә. Майшәм яҡтыһында инәйҙәр йөн иләй, апай-еңгәйҙәр сирата, кемдер ойоҡбаш, өс бармаҡлы бейәләй бәйләй, исемен ҡуйып, ҡулъяулыҡ сигә, бәлки, иренә, һөйгән егетенә эләгер тигән уй менән… Ә беҙгә йөн тетергә ҡушалар. Күмәкләп фронттан килгән хатты уҡыйҙар, килен-еңгәләр иренә хат яҙа. Йырлап та ебәрәләр, илайҙар…
Заманалар 80 йыл эсендә бик ныҡ үҙгәрҙе. Ни алырға теләһәң, шул бар, тик аҡсаң ғына булһын. Бөгөн – байлыҡ ҡыуыу заманаһы... Шул хәл күптәргә йән тыныслығы бирмәй. Яңы ҡабул ителгән закон нигеҙендә михнәттәргә бирешмәй, ошо көнгә килеп еткән һуғыш балаларының күңелен күрерҙәй эшлекле мәсьәләләр ғәмәлгә ашырылыр, тип уйлайым. Бөгөн беҙ дарыуһыҙ йәшәүҙе күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Ә бәләкәй генә пенсия уны алыуға ла етмәй ҡала, сөнки хаҡтар көндән-көн үҫә. Аҙыҡ-түлеккә хаҡтар артынан күҙәтеп өлгөрөп булмай. Торлаҡ өсөн түләүҙәрҙе әйтеп тә тормайым…
Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, яңы закон ололар күңеленә ятырлыҡ, уларға файҙаһы тейерлек кешелекле булһын ине, тип теләйем.