Илебеҙгә Еңеү шатлығы, тыныслыҡ килтергән һуғыш ветерандары, үкенескә ҡаршы, йылдан-йыл аҙая. Еңеүҙең 76 йыллығына ике генә көн ҡалғанда тағы бер яугир яҡты донъя менән хушлашты. Йәрмәкәй районының Сөйәрмәт ауылында йәшәгән 104 йәшлек һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Абзалетдин Нафиҡовты ауылдаштары хөрмәт менән һуңғы юлға оҙатты.
Яугир 170-се уҡсылар дивизияһының 422-се полкында хеҙмәт итә, тип хәбәр итә “Йәрмәкәй яңылыҡтары” гәзите. Һуғышта яраланғандан һуң пленға эләгә. Төрлө ауырлыҡтарҙы үтеп, тыуған яғына 1947 йылда ғына әйләнеп ҡайта. Оҙаҡ йылдар “Рә” колхозының һарыҡсылыҡ фермаһында көтөүсе була, хәләл ефете менән алты ул тәрбәиәләп үҫтерәләр. Ветеран I дәрәжә Ватан һуғышы ордены, юбилей миҙалдары менән наградланған.
Фото:"Йәрмәкәй хәбәрҙәре" гәзите.