Күкрәк киреп бесән сабырлыҡ.
Эскәйҙәрем боша, яна йөрәгем,
Ағиҙелкәйҙәрҙең аръяғында
Еҙ самауыр ҡайнай ел менән.
Һыпырып ташлап булмай икән
Маҡсат ҡуйып йәшәй белгәндәр
...Артыҡ моңло бала түгел инем, әммә аулаҡта һәр ваҡыт әсәйемдән отҡан ошо боронғо йырҙарҙы көйләп йөрөнөм. Әсәйем (Хәтирә) менән атайым (Рәхмәтулла) Ураҙбайҙа олатайым (Мөхәмәҙулла) һәм өләсәйемдең (Хөббөниса) йортонда йәшәгән. Олатайым урманда лесник булып хеҙмәт иткән. Уларҙың биш балаһы – оло улы Рәхмәтулла (минең атайым), Ниғмәтулла, Сәхиулла, Хәлил, Әминә булған. Әйткәндәй, әсәйемде ҡараған осор ғүмеремдең иң яуаплы мәле булғандыр. Күреү һәләтен юғалтҡан ғәзиземдең бәхиллеген алып, хөрмәт күрһәтеп, тәрбиәләп, 96-сы йәшендә һуңғы юлға оҙаттым”, – тип ғүмер йомғағын һүтә инде үҙе 98-се йәше менән барған Маһинур Рәхмәтулла ҡыҙы Ғибәҙуллина. Ул килен-кейәүҙәре, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре өсөн сабырлыҡ өлгөһө булып, һоҡланғыс тормош юлы үткән.
Ишембай районында тыуып үҫкән инәйҙең бөгөнгөһө бәхетле. Бер быуатҡа торошло ғүмеренең ҡайһы арала үткәненә генә аптырай ул – 21 ейән-ейәнсәргә, 16 бүлә-бүләсәргә ҡәҙерле өләсәй, ҡартәсәй. Үкенескә ҡаршы, берҙән-бер ҡыҙының һәм улдарының бәхетенә йәмәғәте менән бергәләп ҡыуанырға насип булмай. Бынан 39 йыл элек ғаиләһендә, ауылдаштарында үҙе тураһында яҡты хәтирәләр ҡалдырып, тормош иптәше Әхмәт Кәлимулла улы Ғибәҙуллин 1982 йылдың 6 апрелендә 64 йәшендә генә баҡыйлыҡҡа күсә.
Заманына күрә ете класс белемле, уҡый-яҙа белгән Әхмәт, 13 йәшенән ат башында йөрөп, һабан һөрә. 15 йәшендә уны хисапсы итеп ҡуялар, һәм ул хаҡлы ялға сыҡҡансы шул һөнәренә тоғро ҡала. 1938 йылдың сентябренән 1940 йылдың ноябренә тиклем ул Алыҫ Көнсығышта 26-сы уҡсылар дивизияһында элемтәсе булып армия сафтарында хеҙмәт итә.
Күп тә үтмәй, һуғыш башлана. 1941 йылдың декабрь айында, әҙерлек курсы үтеп, фронтҡа алына. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында отделение командиры була. Олым йылғаһы аша сыҡҡанда Таһир Күсимов уны Ҡыҙыл Йондоҙ орденына тәҡдим итә, әммә юғары награда эйәһен оҙаҡ йылдар таба алмай...
1981 йылдың октябрендә ике яугир данлыҡлы дивизияның ветерандары менән осрашыуға бара. Полк командиры Таһир Тайып улы Күсимовтың үҙ ҡулдары менән бүләк иткән кисеты бөгөн дә, изге ҡомартҡы булараҡ, һандыҡта һаҡлана.
Т. Күсимов Ишембайҙың военкоматына яҙып, орден тураһында һорарға ҡуша. Шулай эшләйҙәр ҙә, ләкин яуап ала алмайынса, Әхмәт Кәлимулла улы яҡты донъянан китеп бара. Яҙмыштың әсе һынауҙарын үткән ветерандың һөйләгәндәрен тыныс ҡына тыңлап та булмай.
“Һуғыш ҡыҙғандан-ҡыҙа, иге-сиге күренмәй. Тула өлкәһенең арыш баҫыуҙарында дошманға ҡаршы һуғышып йөрөйбөҙ”, – тип яҙа бер хатында Әхмәт. Маһинурҙың да һуғыш яланында һәләк булғандар өсөн үс алыу теләге көндән-көн көсәйә. 1942 йылдың 8 июнендә үҫмер ҡыҙ фронтҡа китә. Бөтә хыялы – Әхмәт менән осрашыу.
– Куйбышевтан 80 километр алыҫлыҡта ятҡан хәрби ҡаласыҡ Кинель-Черкассыла әҙерлек курсы үтеп йөрөгәндә, иремдең бер туған ағаһы Сафиулланан хат килеп төштө: “Әхмәтең юҡ инде. “Ҡыҙыл атлылар” гәзитендә уның батырҙарса һәләк булыуы тураһында яҙҙылар...”. Әммә мин ышанманым, – тип һөйләй инәй.
Ә хәл былай була. Сираттағы һөжүм ваҡытында пуля уның тәнен үтәнән-үтә тишкән, күп ҡан юғалтҡан Әхмәтте иптәштәре үлгән тип уйлап, ашыҡ-бошоҡ арыш һаламы менән күмеп, сигенергә мәжбүр була. Йәнә һөжүмгә килһәләр, ул – юҡ. Һушын юғалтып яланда ятҡан һалдат немецтар ҡулына әсирлеккә эләгә. Шулай итеп, 1942 йылдың 29 июленән 1945 йылдың 1 апреленә тиклем, йәки американдар ҡотҡарғанға тиклем концлагерҙа яфа сигә. “Һыуыҡ һарайҙа уянып киттем. Аяҡта силғау ғына. Ярай әле эргәмдәге бер иптәшем мине тәрбиәләрлек хәлдә ине. Нисек кенә тикшереп тормаһындар, үҙебеҙҙекеләр менән бәйләнеште өҙмәнек. Мәскәүҙән яңылыҡтарҙы ишетеп яттыҡ. Еңеү беҙҙең яҡта буласағына ныҡ ышандыҡ. Шул өмөт йәшәтте лә инде беҙҙе”, – тип һөйләй һуңынан яугир.
Биш йылдан һуң яңынан осрашыу... 1946 йылдың 13 сентябрендә Әхмәт Ғибәҙуллин аҡланып, тулы хоҡуҡлы һуғыш ветераны булараҡ, тыуған ауылы Этҡолға ҡайтып төшә. Ғаиләлә биш бала донъяға килә. Эйе, бер ғүмергә һыйған хәсрәттәрҙе, һағыштарҙы, һыҙланыу-юғалтыуҙарҙы һанай китһәң, һуштан яҙырлыҡ. Бала саҡ, йәшлек йылдарын һуғыш “йотҡандарҙың” һәр саҡ маҡсат ҡуйып йәшәй белгәненә һоҡланабыҙ.
– Ыжғыр бурандарҙа ла, ҡойоп ямғыр яуғанда ла, кейем булмағанда ла уҡырға йөрөнөм. Өс ҡыҙ – Ғәйникамал Моталлапова, Тимербикә Ғәйнуллина һәм мин генә белем алдыҡ. Башҡаларҙың уҡырға теләге лә, дәрте лә булманы. Мәктәптә үткәрелгән бер генә саранан да ситтә ҡалманым. Әүҙем булдым. Ауылда һигеҙ йыллыҡ мәктәпте уңышлы тамамлағас, Стәрлетамаҡ медицина училищеһына уҡырға индем. Хыялым табип булыу ине. Һуғыш арҡаһында ташларға тура килде, – ти ветеран.
Ҡыҙ ең һыҙғанып эшкә тотона. Игенен дә игә, мал да ҡарай, тракторҙарға яғыулыҡ та ташый, звено башлығы ла була.
“Тиҙҙән миңә лә сират етте. Повестка алдым. Бер айлыҡ курсты тамамлағас, 1942 йылдың октябрендә 766-сы авиация полкына ебәрҙеләр. Тәүҙә оборонала ғына булдыҡ. 1943 йылдың февраленән һөжүмгә күсә башланыҡ. Әкрен генә алға барабыҙ. Бер йортҡа барып индек. Ишек төбөндә генә күмер өйөлөп ята. Мейес яғып йылынғас, сисендек, бетле кейемдәребеҙҙе утҡа тоттоҡ... Төндә бомбаға тота башланылар. “Помогите!” тигән тауышҡа уянып киттем... Ундағы мәхшәрҙе һөйләп кенә аңлатырлыҡ түгел. Полкташым Валя Ипатова һәләк булды, ә мин контузия алдым. Петросян тәрбиәләп кеше итте.
“Иң кәрәкле сифаттар – ҡыйыулыҡ, талапсанлыҡ, ғәҙеллек!” – ти торғайны беҙҙең начхим В.Ф. Дубиняков (ошо һүҙҙәр мине ғүмерем буйы оҙата килде). Һуғыш барғанда ла унан тынғылыҡ булманы. Иртәнге етенән “подъем!” ҡысҡырып, күнекмәләр үткәрә, ҡаты һыуыҡтарҙа ла бейәләй кейергә рөхсәт юҡ, шинель кеҫәләребеҙҙе тектереп ҡуя.
Шул талапсанлығы полкты ғына түгел, тотош дивизияны ҡамауҙан алып ҡалды. Еңеү көнөн Кенигсбергта ҡаршыланыҡ. Полкташтарым Лиза Балашова, Зинаида Куликова (бейеүсе ине), Елена Аҫылбәкова (тормош иптәше – ҡаҙаҡ) ғүмер буйы Мәскәүҙә йәшәне, Коля Мартынов менән Надя Топорова өйләнешеп ике балаға ғүмер бүләк итте. Ә бына дошманды еңеп, һуғыштан һуң кейәүгә сығып, ҡыҙына матур-матур күлдәктәр тегеп кейҙерергә хыялланған Нина Петрова тыныс тормошҡа сыҡҡас, бала тапҡандан һуң вафат булып ҡалды.
1990 йылдарҙа беҙ, полкташтар, Мәскәүҙә осрашыуға йыйылып, тәьҫораттарыбыҙҙы уртаҡлаша инек.
“Ошо көндө күреүемә шатмын!”
Һуғыштан һуң да еңеллек килмәне әле. “Мин – башҡорт! Бирешергә тейеш түгелмен!” тип тырышып йәшәнем дә йәшәнем. Башҡортлоғомдо һуғыш ваҡытында ла юғалтманым. “Уға айырым тәрбиә бирелгәнме әллә?” – тип аптырай торғайнылар. Яуҙан ҡайтҡас, кешегә бер нәмә лә һөйләмәнем, теләгем дә булманы.
1945 йылдың 7 авгусында ҡайтып төштөм дә, 15-ендә йүнәлтмә алып, башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эш башланым. Дәфтәр ҙә, ручка ла юҡ, китаптың буш биттәренә, юл араларына яҙабыҙ. 1946 йылда фронттан Исмәғил ағай Шәрипов ҡайтты. Тәүге тапҡыр һайлау булды. Мине лә депутат итеп һайланылар. Өй беренсә йөрөп, көл йыябыҙ, дарыу үләндәре киптерәбеҙ, утауға йөрөйбөҙ, урамдарҙы, ихаталарҙы тәртиптә тоторға кәрәк һәм башҡалар. Хатта больничныйға ла китмәй инем. Эш яратыуым – әсәйемдән (ул ауырыуын шулай эш менән еңә ине), ә белем алыу теләге – атайымдан. Бар теләге шул булды: “Балам, уҡы! Ғәҙел бул, эшләп аша! Кеше хаҡына кермә!” Олоғайғас ҡына ошонан да ҙурыраҡ бәхет, байлыҡ юҡ икәнен аңланым”, – тип һөйләй Маһинур инәй.
Заман ауырлыҡтары сыныҡтырған Маһинур Рәхмәтулла ҡыҙы, ниндәй генә хәлдәр тыуһа ла, күңел тигеҙлеген һаҡлай белә, шатлыҡта ла, ҡайғыла ла, хатта үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙә лә саманан сыҡмай. Теремеклеге, зиһененең асыҡлығы, хәтеренең ныҡлығы менән хайран ҡалдырған ағинәй, зәңгәр томандар аръяғында ҡалған бала сағына, йәшлек осорона, дәһшәтле һуғыш йылдарына әленән-әле әйләнеп ҡайта-ҡайта, Еңеүҙең 76 йыллығын ҡаршылай. Өйөнә килгән һәр кемде башҡорттарға ғына хас ҡунаҡсыллыҡ менән ҡаршы ала, ихлас оҙатып ҡала.
– Ошо көндө күреүемә шатмын. Һеҙ ҙурлағанға ла оҙаҡ йәшәйемдер. Иртәләребеҙ хәйерле булһын, айлы кистәребеҙгә шөкөр итеп, тыныс тормошта йәшәйек тә йәшәйек әле, – ти ветеран.