Ветеран
7 Май 2021, 17:30

Оло хөрмәт, тәрән ихтирам билдәһе

Республика клиник психиатрия дауаханаһы биләмәһендә һуғышта ҡатнашҡан табип-яугирҙәр иҫтәлегенә “Хәтер аллеяһы” асылды.

Бөгөн Республика клиник психиатрия дауаханаһы биләмәһендә тантаналы шарттарҙа һуғышта ҡатнашҡан табип-яугирҙәр иҫтәлегенә “Хәтер аллеяһы” мемориалы асылды.
Бөйөк Еңеү көнөн яҡынайтыуға, һуғыштан һуң халыҡтың сәләмәтлеген хәстәрләүгә ҙур өлөш индергән герой-табиптарға арналған был мемориал - оло хөрмәт, тәрән ихтирам билдәһе. Йондоҙ рәүешендәге стела һәм батырҙар исемдәре яҙылған обелисктар уның төп өлөшөн алып тора.
“Хәтер аллеяһы”н асыуҙа Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназияһының тынлы оркестры, Өфөләге 78-се урта мәктәптең “Витязь-юниор” хәрби-патриотик клубы уҡыусылары ҡатнашты. Тантаналы сара аҙағында һуғышта ҡатнашҡан медицина хеҙмәткәрҙәренең фотоһүрәттәре ҡуйылған “Үлемһеҙ полк” автомобилдәре үтте. Байрамда ҡатнашыусылар ялан кухняһында һыйланды.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Читайте нас