Илештең Түбәнге Йәркәй ауылында Радий Хәбиров Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сәфетдин Әғләм улы Ғуламановты күреп китте. Февралдә элекке яугиргә 94 йәш тулған.
Сәфетдин Әғләм улы хәрби хеҙмәткә 1944 йылдың февралендә саҡырыла. Әҙерлек үткәс, Алыҫ Көнсығышҡа ебәрелә. Япония менән һуғышта ҡатнаша. “Японияны еңгән өсөн” миҙалы, башҡа хәрби наградалар менән бүләкләнә. Икенсе Бөтә донъя һуғышы бөткәс тә әрме сафында ҡала. 1951 йылдың майында демобилизацияланғас, тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Тракторсы, мал ҡараусы булып эшләй.
Ҡатыны Мөслимә Усман ҡыҙы менән дүрт бала тәрбиәләгәндәр. Хәҙер инде ветерандың туғыҙ ейән-ейәнсәре, 11 бүләһе бар. “Тормош мәсьәләләрен уртаҡ хәл иткәнгә, әүҙем тормош алып барғанға, физик хеҙмәт менән шөғөлләнгәнгә беҙ оҙон, бәхетле ғүмер кисерҙек”, – ти өлкән Ғуламановтар.
Сәфетдин Әғләм улы - ауыл мәсетенең имам-хатибы, ул тағы ла Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты республика идаралығының Илештәге мөхтәсибәтендә аҡһаҡалдар советына инә.
Республика етәксеһе ветеранға яңы телевизор бүләк итте һәм, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарҙы хәстәрләп торорға, көнкүреш мәсьәләләрен хәл итергә ярҙамлашырға кәрәк, тип билдәләне.
Мәғлүмәт, фото: “Башинформ”агентлығы.