Бөйөк Еңеү байрамы бер кемде лә битараф ҡалдырмай, сөнки уны яҡынайтыу өсөн һәр кемебеҙҙең яҡын кешеһе тос өлөш индергән, үҙен ҡорбан иткән. Һуғыш еле ҡағылмаған бер генә лә ғаилә юҡ илебеҙҙә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көндән-көн ветерандарыбыҙ сафы һирәгәйә. Мәҫәлән, “Башҡортостан” гәзитендә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан һуғыш һәм тыл ветерандары араһынан 95 йәшлек Ғәбдиә Ғәбиҙулла ҡыҙы Нурғәлина ғына иҫән ҡалған. Бөйөк Еңеү байрамы алдынан хеҙмәт ветераны менән осрашып, йөрәк түренән сыҡҡан йылы һүҙҙәребеҙҙе еткерҙек.
Ғәбдиә Ғәбиҙулла ҡыҙы 1925 йылдың 25 октябрендә Ауырғазы районының Мостафа ауылында тыуған. 1937 йылда уларҙың ғаиләһе Ғафури районының Яңы Бурлы ауылына күсә. Ҡыҙ Иҫке Бурлы ауылында урта мәктәпте тамамлағас, 1944 йылда ошо ауылда уҡыта башлай. Һуғыштан һуң Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлай. Йәш белгес Әбйәлил районының Ташбулат, Балапан ауылдарында һәм Баймаҡта уҡытыусы булып эшләй. Һуңынан тормош иптәше Зиннур Нурғәлинде Өфөгә эшкә саҡыралар һәм ғаилә баш ҡалала төпләнә. Ғәбдиә Нурғәлина 1964 йылдан 1980 йылға тиклем “Совет Башҡортостаны” гәзитендә эшләп, хаҡлы ялға сыға.
Тормош иптәше, академик Зиннур Әхмәҙей улы менән 70 йыл бергә ғүмер кисергәндәр, өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Оло улдары Нур – иҡтисад фәндәре кандидаты, ҡыҙҙары Люциә – филология фәндәре кандидаты, ә Илдар – инженер-оптик.
– Һуғыш йылдарында Яңы Бурлы ауылында колхозда эшләнем. Еңеү хәбәрен дә ошонда ишеттем. Был шатлыҡлы хәбәрҙе еткергәстәр, күмәкләшеп ҡосаҡлашып иланыҡ. Демонстрацияға сыҡтыҡ, ауылдың бөтә урамдарынан ҡыҙыл флаг менән үттек. Илебеҙ дошманға ҡаршы һуғышһа ла, белем учреждениеларын һаҡлап ҡалды. Мәҫәлән, 1942 йылда Иҫке Бурлы ауылында урта мәктәп асылды, балалар күп уҡыны. Мәктәптә ашау ойошторолғайны. Бер телем икмәк һәм өрә бирҙеләр. Был ризыҡтарҙы әле лә онотмайбыҙ. Хөкүмәтебеҙгә рәхмәт, бына Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡотлау хатын алдым, – тип уртаҡлашты Ғәбдиә Ғәбиҙулла ҡыҙы.