Ветеран
7 Май 2021, 06:23

“Яуҙан килгән хаттарҙы һаҡламағыҙ...”

Әллә был ырымда дөрөҫлөк тә булғандыр, кем белә, иҫән ҡайтты бит ағайыбыҙ.

Барый Сөләймән улы Байков 1934 йылдың 5 ноябрендә Шишмә районының Бәкәй ауылында тыуған. Һуғыш башланғанда алты йәштә була.


Ауылыбыҙ өҫтөнән ҡарға көтөүе кеүек самолеттар осоп үтте. Береһе Николаевкала мөр­йәгә бәрелеп ауып төшкән. Һуғыш яланына осоп барған самолеттар беҙҙең ауыл аша үтеп киткән, тинеләр. Ауылдашыбыҙ Зөфәр исемле ағай үҙенең хатын биҙрә эсенә һалып төшөрөп киткән.

Атайыбыҙ Сөләймән, беренсе бөтә донъя һуғышында ҡатнашып, Австрияла әсирлектә булып ҡайта. Уға 54 йәш ине. Әсәйебеҙ Миңниса һуғыш башланған йылда ауырып үлгән.
Иң өлкән Тимербай ағайыбыҙ 1943 йылдың 12 декабрендә һуғышҡа китте. Ул, бөтә яу юлдарын үтеп, Берлинға хәтлем барып етеп, иҫән-һау ҡайтты.
Беҙгә силсәүиттән: “Һуғыштан килгән хат­тарҙы һаҡламағыҙ, юғиһә, улар тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайтмаҫ”, – тип әйткәйнеләр. Шуға ыша­нып ташлағанбыҙҙыр инде, һаҡланмаған. Карточкалары ла килә ине. Әллә был ырымда дөрөҫлөк тә булғандыр, кем белә, иҫән ҡайтты бит ағайыбыҙ.

Мәхмүт ағайым 1928 йылғы ине. Уны ФЗО-ға алдылар. Белоретта, Магнитогорскиҙа эш­ләне. Сортпрокатлау заводында һуғышҡа сым, трос яһағандар. Бер тапҡыр ауыр эштән, аслыҡ­тан миктәп, ҡасып та ҡайтҡайны. Атай кире ебәрҙе.
– Улым, кире бар инде, юғиһә, һине лә, мине лә ултырталар, – тине. Вәлийән тигән кеше, башмаҡ биреп, ҡотолоп ҡалды.

Минән ике йәшкә өлкән Рәйес башта мәктәптә уҡыны. 11 йәштән “Ҡыҙыл флот” колхозында эшләй башланы.
Атай фермала эшләне, ҡыш һарыҡ ҡараны. Һунарсы ине. Һуғыш ваҡытында ҡуяндар тотто. Бер көндә дүрт-биш ҡапҡан ҡуйып ҡайтһа, иртәгәһенә бө­тәһенә лә ҡуяндар эләккән була. Охотсоюздан задание бирәләр. Бер ҡышта 405 ҡуян тотто. Тиреләрен тунап тапшыра. Колонок тигән хайуандың (һары шәшке – авт.) тиреһен тунауы ҡыйын була ине. Көҙәнде лә тунауы ауыр, үҙе һимеҙ, тиреһенә зыян килергә тейеш түгел. Мин тиреләрҙе йыуам да тышҡа сығарып элеп ҡуям. Атайға охотсоюздан арыш, кукуруз оно би­рәләр. Шунан икмәк бешерә. Ашты ла үҙе хәстәр­ләне. Бәрәң­ге баҡсаһының яртыһына арыш сәсә, уны ура, көлтә бәйләй, киптергәс, сыбағаш менән һуға. Береһе оҙон, икенсеһе ҡыҫҡа ағас менән һуҡҡан һайын иге­не ҡойолоп төшә. Уны ете саҡрымдағы Пет­рәйгә барып тарттыра. Үҙебеҙҙең ҡул тирмәне лә булды. Охотсоюздан атайға 200 тәңкә аҡса, һабын, сәй урынына йүкә ҡайырыһы, миләш емештәре һалынған үлән йыйылмаһын бирәләр ине.
Көнөнә өсәр-дүртәр кеше хәйер һорап килә. Ағыулы башаҡ ашап үлделәр. Атайҙың хәс­тәрлекле булыуы, үҙебеҙҙең тырышлығыбыҙ арҡаһында беҙ әллә ни асыҡманыҡ.
Рәйес мәктәптә уҡыны. Унан күреп, мин дә хәреф танырға өйрәндем. Мәктәпкә барғанда китап уҡый инем инде. I класта беҙҙе Бәрсүән­баш ауылынан килгән Һылыу Ваһапова тигән апай уҡытты. Үҙе лә етенсе класты ғына бөткәйне. Бик грамоталы ине. Мәктәпкә сабата кейеп йөрөнө.

IV класта Тәпәрештән килгән Мәғзүрә Ғиләжева тигән апай һәйбәт уҡытты. Беҙҙе тағы ла башланғыс класта Опто ауылынан Әнисә Ихсанова уҡытты.
...Яҙ ине. Саҡ үлән сыға башлаған мәл. Ҡорбан байрамымы, ураҙа ғәйетеме – иҫтә ҡалмаған, атайға эйәреп мәсеткә барҙым. Ул көндә мәктәпкә барманым. Ғәлиулла мулла Сталин иҫәнлегенә тип доға уҡыны. Матур итеп ямғыр яуып үтте.
– Ниңә мәктәпкә килмәнең? – тип һораны уҡытыусы икенсе көндә.
– Мәсеткә байрамға барҙым, – тинем.
Иртәгәһенә мине карикатура итеп һүрәт яһап стена гәзитенә төшөрөп ҡуйғандар ине. Өҫтәлдә – бәрәмәстәр, бәлештәр. Минең ҡорһаҡ ҙур. Тора алмай ултырам. Шул тиклем ғәрләндем. Рәнйегәнмендер ҙә, бәлки. Ул апай тормошҡа ла сыҡманы, балаһы ла булманы, яңғыҙ ҡартайҙы...
Сәфәр ауылынан Асия Бикбулатова тигән апай “Военное дело” дәресенән өйрәтә ине. Үҙе һуғышта булған, шинель кейгән. Шинеле һалдатский түгел, офицерский. Ағастан мылтыҡ, граната яһаталар ҙа кемдең күпме ырғыта алғанын тикшерәләр.
Атайым русса яҡшы белә ине. “Правда”, “Известия” гәзиттәрен алып уҡыны. Ул ваҡытта “аяҡлы магазиндар” була торғайны. Өфөнәнме, Шишмәнәнме үҙ хаҡына гәзит һатып алалар ҙа ауылдарға йөрөп ҡиммәткә һаталар. Кемдең уҡығанын улар белеп бөткән. Мәҫәлән, “Сталинец” тигән район гәзитен 20 тингә алалар ҙа 1 һумға һаталар.
Беҙ шул атай уҡыған гәзиттәрҙең ситтәрен­дәге аҡ ҡалған урындарға яҙабыҙ. Ә ҡараны былай яһайбыҙ: имәндең япрағына йәбешеп үҫкән алмаһының өлгөргәнен көтәбеҙ. Ул һыулана. Шуны һығабыҙ. Сыҡҡан һыуына тимер киҫәге һалабыҙ. Иртән тороуға тушь кеүек була. Ручка юҡ. Ҡаҙ ҡаурыйҙарын киҫеп алып, Пушкин кеүек яҙабыҙ.
Аяҡта – сабата, тула ойоҡ. Сабатаға бесән һалып алабыҙ. Өҫтә – йыртыҡ телогрейка, билбау менән бәйләп алабыҙ ҙа йөрөйбөҙ.

Мәскәү яғынан 40-лаған ғаиләне ауылға килтерҙеләр. Беҙҙең урамда 23 кенә өй булды. Уларҙы ҙур урамға тараттылар. Бер йыл тирәһе торҙолар.

Фронтҡа бәрәңге, һуған, сөгөлдөр киптереп, бейәләй, бирсәткә бәйләп ебәрҙеләр. Посылка тураһында бер ҡыҙыҡ һөйләне Хәжәт ауылынан Сәмиғулла исемле ағай. Фронтҡа ебәргән әйберҙәр араһында киптерелгән ҡорот та булған. “Был ниндәй аҡ таш, ашаған һеҙ ашағыҙ инде уны”, – тип урыҫтар ташлаған. Бер ваҡыт шул ҡоротто ҡайнаған һыуға һалып, ебетеп эсеп ебәргәйнем, теге урыҫтар: “Сашка, дай!” – ти башланы. “Ә-ә, бая ырғытҡайның бит, ана ята, ал шуны”, тинем”, – тип һөйләне һуғыштан ҡайтҡан ағай.
Ауыл кешеләре, үҙҙәренең ауыҙынан өҙөп, фронтҡа ебәрҙе бит бөтә нәмәһен. Ә үҙебеҙҙә күптәр астан шешенеп үлде.
...Бер апай Өфөгә барып ҡайтҡанда, ауылға дүрт саҡрым ҡалғас, туңып үлгән, ике ҡыҙы, ике улы ҡалған...
...Маһибәҙәр инәй, 17 йәшлек ҡыҙы Миңнур ағыулы башаҡ ашап, септик ангинанан үлде.
...Үҙебеҙҙең ауыл кешеләре лә, ситтән килеүселәр ҙә хәйер һорашып йөрөнө.
Колхоздың һыйыр, сусҡа, тауыҡ фермалары бар ине. Ите, һөтө, майы, йомортҡаһы – бөтәһе лә фронтҡа китеп торҙо. Колхоздың умарта­лығы булды. Унда Мөғәлим Мөхәмәтшин ағай эшләне. 350 баш умартаһынан алынған бөтә бал фронтҡа оҙатылды.
...Ә халыҡ, былтыр һуйған тиренең йөнөн таҙартып, туҡмас кеүек итеп турап, бешереп ашаны.
Самауырҙары ҡайнап сыҡҡансы сөгөлдөр ярып һалып эсте. Төҫө сәйгә сыға, тәмле лә була.
...Ҡатын-ҡыҙҙар, үҫмерҙәр “Чандар” леспромхозына китте. Аттарына бесән, фураждарын тейәп, үҙҙәренә икмәк, бәрәңгеләрен алып, урман киҫергә барҙы. Ҡыш буйы шунда эшләп, ас-яланғас йәшәп, ауыр эштә һаулығын бөтөрөп, яҙға ғына ҡайттылар.
...Ә “Ҡыҙыл флот” колхозы рәйесе, кырандасына баҫҡан килеш, ураҡ урған ҡатындарҙы сыбыртҡыһы менән ярып йөрөнө.
...10 йәштә колхозда эшләй башланыҡ. Мин быҙауҙар көт­төм. Малдарҙы үлтермәй, юғалт­май көтһәгеҙ, көҙгә үҙегеҙгә бер быҙау бирәбеҙ, тип әйтәләр ине... Әле һаман бирәләр...
Рәйес ағайым колхоздың һарыҡ көтөүен көттө. Уларҙы ҡыш та ҡараны. IV класс бөткәс, уҡыманы, фермала эшләне.
...Баҡсабыҙҙа бәрәңге, сөгөлдөр, кишер сәсәбеҙ. Атай тарта ине, шуға тәмәке лә сәстек. Ул сәскә ата башлаһа, бөтә бал ҡорто шунда була. Тирә-яҡ хуш еҫкә тула.
...Үҙебеҙҙең өйгә яғырға торф сығарып алып ҡайтабыҙ. Ул ауыл янында ғына. Бәләкәй ар­ба­ға тейәп ташыйбыҙ, киптерәбеҙ. Көлө күп сы­ға. Уның уты һүнмәй, кистән яҡҡан ята. Бөтә кеше шуны яҡһа, ел булмаһа, ҡап-ҡара төтөн ауылды ҡаплап тора. Еҫе яман, тын алыуы ауыр.
...370 өйлө ауылдан 70 кеше ҡайтманы, яу яланында ятып ҡалды.

Читайте нас