Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
9 Май 2021, 13:00

“Ҡартатай” тип атарға рөхсәт алдым...

Республика ЮХХДИ идаралығы начальнигы Динар Ғилметдинов Бөйөк Еңеү байрамы алдынан Бәләбәй районының Мәтәүбаш ауылы ветераны Ғәбдрәүеф Сәләх улы Гәрәевты барып ҡотлаған.

Республика ЮХХДИ идаралығы начальнигы Динар Ғилметдинов Бөйөк Еңеү байрамы алдынан Бәләбәй районының Мәтәүбаш ауылы ветераны Ғәбдрәүеф Сәләх улы Гәрәевты барып ҡотлаған.
“Мин был кеше менән һәр осрашыуға шатмын! Алдан вәғәҙә иткәнемсә, уны 95 йәше менән барып ҡотланым. Элекке танкист, Ғәбдрәүеф Сәләх улы Варшаваны азат итеүҙә ҡатнашҡан. Хеҙмәтен тамамлап, 1952 йылда тыуған Мәтәүбаш ауылына әйләнеп ҡайтҡан. Ауыр йөк автомобилдәре водителе булып эшләгән. Ошо йылдарҙа ул бер тапҡыр ҙа юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙмаған! Ғәбдрәүеф Сәләх улы, һеҙҙең лайыҡлы биографияғыҙ менән ысын күңелдән һоҡланам!
Еңеү көнө, тыуған көнөгөҙ менән ҡотлайым!”, – тип уртаҡалаша Динар Заһит улы.
– Беҙ бынан дүрт йыл элек архивтан Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу картотекаһы ҡарай башлағас, 91 йәшлек һуғыш ветеранының бер тапҡыр ҙа юл ҡағиҙәһен боҙмауын асыҡланыҡ. Шулай итеп, мин уның менән дуҫлашып киттем. “Ҡартатай” тип атарға рөхсәт алдым, – тип белдерҙе Динар Ғилметдинов.
Ғәбдрәүеф Сәләх улы 1926 йылдың 14 апрелендә тыуған. 17 йәштә генә һуғышға эләккән. Тәүҙә прожекторсы булып күк йөҙөн яҡтыртып, зенитсыларға ярҙам иткән. Ярты йылдан һуң Т-34 танкына механик-водитель итеп һайлап алалар. 1945 йылда Варшаваны азат иткәндә ауыр яраланып, контузия ала. II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены һәм башҡа бихисап миҙалдар менән бүләкләнгән. Бәләбәй ҡалаһының Почетлы гражданы булып тора.
Фото: “Бәйлнештә” социаль селтәренән.
Читайте нас: