Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
11 Май 2021, 12:22

Квантун ғәскәрен йәлләгән башҡорт егете

Оло быуын кешеләре менән осрашыуҙар күңелде байыта.

Ул ваҡытта беҙ Иҫке Монасипта шағирә Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның ата-әсәһе йәшәгән йортта туҡтаныҡ (хәҙер инде улар мәрхүм). Тәнзиләнең туғандары беҙҙе ихлас ҡаршыланы. Ғәләмәт матур ҡарағайҙан буралған өйҙөң хужаһы Сәлихйән Хафиз улы Дәүләтбирҙин бик мөләйем, балаларса самими ҡыҙыҡһыныусан ҡарашлы уҙаман икән. Әсәһе Асия инәй ауырып, хәл өҫтөндә ята ине, ағаһы Заһир менән еңгәһе Лүзинә уны баға. Әсәһе баш ҡалҡытып, һәммәбеҙ менән күрешеп сыҡты, атаһы бала кеүек һөйөнөп, ҡыҙы өсөн ҡыуанып ултырҙы. Уның тәбиғи ихласлығы оҙаҡ йылдар уҡытыусы булып эшләүенән һәм шағирәнә булмышынан икәнен беҙ ошо әңгәмәлә тиҙ төшөндөк.


Япон һуғышында ҡатнашҡан


Сәлихйән олатай 1927 йылда Бөрйән районының Байназар ауылында тыуған. Тормош юлын тасуирлап, тәмләп-ентекләп һөйләй, телмәре төҙөк. Бындай һөйләү алымы һирәктәргә генә хас. Оҙаҡ йылдар ауыл балаларына тарих фәнен өйрәткән, үҙенең ғүмер юлы иҫтәлектәрен ташҡа баҫтырып, китап итеп сығарған әңгәмәсебеҙ ғәжәп асыҡ фекерле, уникаль хикәйәтсе булып сыҡты. Уның һөйләгәндәре кино кадрҙары кеүек күҙ алдына килә...
“Японияның Квантун армияһына ҡаршы һуғышҡа индек – 39-сы армия, 5-се уҡсылар корпусы, 19-сы гвардия уҡсылар дивизияһы, 54-се гвардия уҡсылар полкы, 44-се артбатарея, орудие №1, тоҫҡаусы...”
Ошондай теүәл адрес етмеш йылдан ашыу уның хәтерендә, телендә, күңелендә һаҡлана һәм оло тарихи ваҡиғалар бәйәненә асҡыс булып тора. Алыҫ Көнсығышта япон армияһына ҡаршы һуғышҡан 17-18 йәшлек йәш егеттәрҙең яу юлы ауыр походтан башлана. Йәйәүле ғәскәр Гоби сүллеге аша 500 километрлыҡ марш-бросок яһай...
“... Арҡала – сухой паек, һыуҙы цистерна менән ташып еткерә алмайҙар. Бер нисә мәртәбә күлдән эстек, һаҫыҡ булһа ла, си­тенән ҡотоҡ ҡаҙып, ҡом аша һарҡытып-һө­ҙөп, хлоркалап эселде. – Был ҡаты һынаулы һуғыш осоро хаҡында Сәлихйән олатай яҙған китапты уҡып сығырға, документаль фильмдарҙы ҡарарға кәрәктер... – Марш-бросок төндә булды. Япондарҙы башта зенит-ракета утына тоттолар, улар иҫен йыйғансы, беҙҙең дивизия иң шәп тиҙлектә алға ынтылырға тейеш булды. Беҙ – пехота, танктарға һырышып тейәлгәнбеҙ, сиңгә­сәйҙәр шикелле сат йәбешкәнбеҙ. Йоҡлап китһәң, бөттөң, осоп ҡалаһың. Танк туҡтамай, бойороҡ ҡаты. Бер-ике урында ҡаршы сыҡ­ҡан япон һалдаттарының йәнле ҡоршауын тапап үтеп киттек. Аҡырып ятып ҡала меҫ­кен­дәр, ҡалайтһындар, улар ҙа бойороҡ үтәй...
Танк гусеницалары аҫтында әллә күпме дошман һалдатының мәйеттәре лә тапала, шырт-шырт итеп һытылып-иҙелеп киткәне йөрәккә килеп бәрелә, улар бит бер нисә көн элек булған һөжүмдән һуң йыйыштырылмай ята... Кемдәрҙең генә ғәзиз балаһылыр, тигән уй баш мейеһен быраулай, күҙҙе сырт йомоп үтеп китәбеҙ, ауыр еҫтән уҡшыта...
Бер кем бер һүҙ өндәшмәй, хатта иң ҡаты һүгенеүсән командирҙар ҙа ауыҙын япҡан...

Квантун армияһы менән бәрелештә камикадзеларҙы ла күрҙем. Ҡарауылда тора инем. Кемдер бар һымаҡ. “Стой! Пропуск!” Минең һорауға яуап бирмәй. Атырға мәжбүр булдым. Йәш кенә япон егете булып сыҡты. Беҙҙекеләр ҡамап алырға иткәйне, үҙен юҡ итте... Бысағын сығарҙы ла күкрәген ярҙы ла ебәрҙе. Йәл булды миңә. Йөрәгемде яндырып-өтөп алды шул йәлләүем...”


Бынан ары әсәмде рәнйетмәм, илатмам...


Сәлихйән ҡарттың ошо һуңғы һүҙе әңгәмәне икенсе юҫыҡҡа борҙо: “Ниңә улай дошман һалдатын йәлләнегеҙ?” “Йәлләмә­йенсә йәшәп буламы? Тормош йәлләү менән тулы бит ул. Бәләкәй саҡта өләсәйем менән урманға барҙыҡ. Ҡапыл аҡланда пыр туҙып ике ҡош талаша башланы. “Өләсәй, нимә ул?” – тим. “Айыу”, – тип яуап бирҙе. Аҡландың арғы яғынан бер айыу ҙа был алышты күҙәтә икән. Ә беҙ был яҡтан килеп сыҡҡанбыҙ!.. Ә асыҡ урталыҡта ҡарсыға ҡорҙо тибә икән! Ҡор яралы, хәлдән тайған, мәгәр ялпылдап ҡаса, ырғый...
Айыу теге яҡтан ҡоштарҙың, исмаһам, береһен булһа ла эләктерергә ынтыла. Был яҡтан өләсәйем һонола – ул инде ҡорҙо тотмаҡсы була. Өләсәй йылғыр булып сыҡ­ты, тотоп алды бит ҡорҙо. Ҡарсыға һемәйҙе, шыҡыйып осоп китте. Айыу мөлдөрәп ҡарап тороп ҡалды. Бик тәмле булды беҙгә ул ҡор. Әммә айыуҙың ҡарашы күҙ алдынан китмәне. Ныҡ йәлләнем шул мәхлүкте.
Бәләкәй саҡта йәнә шундай бер хәл булды: әсәмде илаттым. Бойҙай утайбыҙ, билсән яман ҡоторған. Әсәй утай, мине, һигеҙ йәшлек малайҙы ла, эшкә ҡуша. Килеп тороп көн эҫе, күгәүен талай, билсән сәнсә. Ҡул-аяҡтар ҡанға батты. Мин ағас башына мендем дә киттем. Йәшендем, йәнәһе.

Әсәм өндәшә, саҡыра, йылға яғын ҡарай, тамам хафаға ҡала. Мине һыуға төшөп батты, тип уйлап, ныҡ өҙгөләнә, илай, ергә ятып үрһәләнеп илай...
Әсәмде йәлләп килеп төштөм ағас башынан, инде бынан ары рәнйетмәм, илатмам, тинем.

Ошо уй-ниәт тормош девизым булып ҡал­ды. Һуғышта ла өҫкә снаряд яуа баш­лаһа, бисмилла, тип ергә һеңешәбеҙ. Әсәмде етем иткем, әрнетеп илатҡым килмәне. Уның доғаһы менән генә иҫән ҡалғанмындыр, тим. Һөжүм алдынан адрестар алмашабыҙ – ул-был булһа, хәбәр итергә...”


Йәл, ныҡ йәл ғәзиз әҙәм балаһы...


“Ун һигеҙ йәш кенә күбебеҙгә, йыйын малай-шалай... Кәлимулла тигән егет булды. Эй шәп бейеүсе, ут кеүек сос ине. Порт-Артурҙа үлде. Гел шуны йәлләп иҫкә алам. Йәлләмәйенсә донъяла йәшәп булмай ул. Беҙҙең санитарка бар ине. Анка. Йәш кенә ҡыҙ. Ҡайҙа яралы, ул шунда. Шул хәтле йәлләй һалдаттарҙы, бисараҡай, үҙе бәйләй ҡанлы яраларын, үҙе ҡысҡырып илай, күҙ йәштәре сөбөрҙәп аға!
Һуғышта йәнә бер хохол малайын йәлләнем. Элемтәсе ине, катушкаһын һөйрәп, беҙҙең окопҡа килеп төштө. Арыған, талсыҡҡан, ауыр тимерсыбыҡ һөйрәп. Күҙе йомолоп йоҡлап бара, үҙе һыу һорай...
Ҡапыл өҫтән ҡысҡыралар: “Связь, где связь!” Был ялп һикереп ҡалҡып тороуы булды, тас күҙенә генә пуля тейеп, салҡан ауып та төштө. Беҙ иҫебеҙ китеп, уға текләп ҡатып ҡалдыҡ. Йөҙө һылыу! Ҡурсаҡ кеүек! Һуғыш шулай – иң гүзәлдәрҙе, иң яҡшыларҙы һәләк итә. Йәл, ныҡ йәл ғәзиз әҙәм балаһы...
Мин бала саҡтан уҡ гел бөтә нәмәне йәл­ләнем, бөтә кешене йәлләйем. Япон­дар­ҙы ла йәлләй инем. Ифрат тәртипле, ты­рыш, аҡыллы ул япон һалдаты. Ғәләмәт ҡыйыу, йылғыр үҙҙәре. Мин уларҙың һуғы­шыу оҫталығына һоҡлана торғайным. Окоптарына ла ингән саҡ булды – таҙа, йыйнаҡ...
Бер мәл әсирлеккә төшкән өс япон һалдатын атырға алып китеп баралар. Алдан олорағы бара. Башын ныҡ итеп эйгән, йөҙөн йәшерә. Артынса бара йәшерәге – йөҙө таш шикелле, күҙҙәре шар кеүек, һис тә ҡыҫыҡ күҙле халыҡ тимәҫһең! Өсөнсөһө, байғош, ун ете йәштәр самаһындағы малай. Уныһы атлай алмай шарылдап илай, ерҙә аунай, конвоирҙың аяғына ташланып ялбара... Шул хәтле үлгеһе килмәй. Ата торған урынға алып барып еткерә алмағас, ерҙә ятҡан көйөнә аттылар. Бер генә пуля етте меҫкенгә...
Ҡайһы берәүҙәр әсирлеккә бирелгән япондарҙы тиҙ генә “расходҡа” сығара, йәғни ата ла ҡуя ине. Мин улайта алманым, япон һалдаты эләкһә, бер ҡасан да атманым да, аттырманым да. Һуғыш – яман стресс, байтаҡ малайҙар сыҙамай, ауырыуға һабыша...
Һуғыш шауҡымы ҡайһы берәүҙең йөрәген һулыта, йөрәге ҡороша... Бөгөлөп төшә шундайҙар, йәл була”.

Сәлихйән олатайҙың хәтирәләренең иге-сиге юҡ. Уның тәрән йөкмәткеле, фәһемле хикәйәттәре – ике быуатты тоташтырған хә­тер күпере. Бындай асыҡ зиһенле оло бы­уын вәкиленә һоҡ тейеп ҡуймаһын, тигәндәй, уны бары тыңлағы һәм рәхмәт әйтке килә.
Уның балалары ла – нәфис һүҙгә, тарихҡа, әҙәбиәткә ихлас һәм яҡын кешеләр. Кесе ҡыҙы Тәнзилә Дәүләтбирҙина – билдәле шағирә, журналист һәм драматург, ауылға ғаиләһе менән күсеп ҡайтып, уны ҡараған улы Заһир Дәүләтбирҙин – уймаҡ хикәйәләр оҫтаһы, Зәйтүн улы ла оҫта хикәйәсе. Оло улы Ғәзиз Дәүләтбирҙин ғәжәйеп халыҡсан йыр-көйҙәр авторы, һәүәҫкәр композитор булды.


Смирно! “Ерән ҡашҡа”ны тыңлағыҙ!


Сәлихйән олатайҙы ауылда “Директор апа” тип беләләр. Уны уратып ултырған бер төркөм драматургтар ашығып ручка-блокнотын барлай, сөнки ветеран-аҡһаҡалдың ғибрәт­ле иҫтәлектәре яңынан ағыла башлай...
“Мин орудие командиры, сержантмын. Плацдармда сафта күнекмә үткәрәм. Бер көн Мәскәү радиоһы концерт бирә, бөтә Порт-Артурға иғлан итә: “Башкирская народная мелодия “Ерән ҡашҡа”! Минең ҡолаҡ ҡарп итеп ҡалды, йөрәк дөп-дөп тибә, тыным ҡурыла – шул хәтле һағынғанмын, шул тиклем ҡыуандым!..
Мин – батареяла берҙән-бер башҡортмон, ҡалғандар – гел славян егеттәре. Шуларға командалыҡ итәм. Тоттом да команда бирҙем: “Батарея, стой! Смирно!” Илле кеше шып туҡтаны. Артабан команда бирәм: “Ерән ҡашҡа”ны тыңлағыҙ!” Нишләһен һалдат, смирно баҫып тыңлайҙар.
Аптыраштылар – гимнды ғына смирно баҫып тыңлайҙар бит. Оркестр уйнап бөттө. “Слушали?” – тим. “Так точно, слушали”. “Я много ваших песен наслушался, вот и вы послушали башкирскую песню”, – тинем. “Вольно!” тигәс, мине килеп ҡосаҡлайҙар, рәхмәт, маладис, тиҙәр. Ифрат алсаҡ, күңелле егеттәр ине, бер кем бер кемгә асыуланмай, ныҡ берҙәм, татыу булдыҡ. Шундай матур халыҡ ине ул быуын.
Бер заман пушкалар килтерҙеләр. Ҡайҙан килгәнен уҡып белдем дә, кинәт күңел тулып китте. Үҙем дә һиҙмәҫтән, берәүен барып ҡосаҡлағанмын. Егеттәр абайлап ҡалды ла көлә башланы:

– Пушку обнимаешь?
– Да, землячку нашел! Видишь, написано: “Изготовлено в Перми!” Ә Пермь Башҡортостан менән күрше бит инде!
– Ой, точно, наша землячка! – тип Урал буйы егеттәре теге пушкаларҙы һөйөп-һыйпап алды. Шулайтып, күңел тулыу, йәлләү һәр кешегә хас, һәр заманда, һәр халыҡта, һәр дәүләттә бик тә кәрәкле сифат.


Үсегеүсән кешене үсектереү анһат ул


Һуғышта гел ашарға етмәй. Һалдат аслы-туҡлы йөрөй. Сусҡа ите булһа, славяндар мосолмандарҙы ҡурҡыта, ҡыҫтай башлай: шинель салғыйын сусҡа ҡолағы һымаҡ итеп тотоп күрһәтә, хорхолдап үсекләшә. “Грех вам, һеҙгә сусҡа ашарға ярамай, теге лә был...” Ҡайһы бер мосолман балаһы аптырап-баҙап ҡала, аш өҫтөндә йөҙөп йөрөгән бармаҡ башындай сусҡа майын бәреп ебәрә тегеләргә. Ә уларға шул ғына кәрәк! Көләләр!

Шуға мин шаяртыуға борам: “Можно, можно, если глаза закрыты, то можно!” – тип күҙҙе йомам да, теге ымһындырғыс майҙы иң тәүҙә тотоп алып йотам да ҡуям. “Где? Где? Я не видал!” – тим. Бер ваҡыт тегеләрҙең үҙҙәрен ҡыҙыҡ иттек.
Хинган тауҙарын сыҡҡанда бер өйөр ат йөрөй. Бер атты аттыҡ, һуйып, тунап, бешереп ашай башланыҡ. “Вот вам грех, подходите!” – тибеҙ. Ашайҙар, ҡайҙа барһын ас һалдат. “Солдату все можно!” – тигән булып йыуатабыҙ, һыйлайбыҙ тегеләрҙе.
Үсегеүсән кешене үсектереү анһат ул. Сталинградта йөрөгәндә Косов тигән шундай һалдат булды. Саҡ ҡына бер нәмә булһа, үпкәләй, асыулана, талаша башлай. Бының холҡон бер мәрәкә итеп алдылар. Бер нәмә юғалһа, быға япһаралар, сәбәп табыла үсегергә. “Это Косов стащил. Это Косов слопал.” Эй үсегә шул теге, һеркәһе һыу күтәрмәй.
Курск янында хеҙмәт иткән саҡта беҙҙең арала Миша Кикенков тигән үтә ышаныусан бер сержант бар ине. Һуғышта, аҙаҡ армияла оҙаҡ ҡына йөрөлдө. Биш-алты йыл үтеп китте бит инде. Вәғәҙәләшкән ҡыҙҙар беребеҙҙе лә көтмәне. Бер Кикенковтың ҡыҙы ғына “верная”, йәғни тоғро. Мишка шуға маһая. Ҡыҙынан хат йыш килеп тора. Был ҡупайып та китте. Шунан егеттәр этлек уйлап тапты. “Мы приедем из армии, женимся на молоденьких, а тебе, Кикенков, придется жениться на старухе”. Төҙ аяғын кәкре итеп күреп, бер ҡатлы егет беҙгә ныҡыша башланы: “Давай, минең хаҡта “үлде” тип яҙығыҙ, әйҙә, мине көтмәһен”, – ти теге байғош. Беҙгә нимә, ҡыҙыҡ кәрәк. Хат яҙып ебәрҙек ҡыҙына, “погиб” тип яҙҙыҡ.
Бер заман Мишканы полк командиры саҡырта – штабҡа. Аптырашып, тегенең кире килгәнен саҡ көтөп алдыҡ. Килә был, үҙе помидор кеүек ҡып-ҡыҙыл. Ҡыҙы командирға хат яҙған икән: “Объясните, пожалуйста, при каких обстоятельствах погиб мой парень?” – полк командиры Мишканы кәрәген биреп әрләп, үҙенән хат яҙҙыртып, сығарып ебәргән...”


Кремлдәге “медвежатник”


Сәлихйән олатай гел һуғыш хәтирәләрен генә һөйләмәй, әлбиттә. Ул 1956 – 1957 йылдарҙа Бөрйәндә район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегенә етәкселек итә.
“Бер мәл мине Мәскәүгә йыйылышҡа – Бөтә Союз педагогтар конференцияһына саҡырҙылар. Арыу кейем юҡ. Аяҡта быйма, өҫтә фуфайка, мамыҡтан һырылған көпө салбар... Оялам килеп тороп. Бармай ҙа ярамай. Белоретҡа поезға попутка менән көн буйы барып, саҡ өлгөрҙөм. Купелы вагон эләкте. Ҡиммәт булһа ла, ҡалайтаһың, билет алып инеп киттем. Инһәм, саҡ йығылып китмәнем: унда береһенән-береһе фыртыраҡ кейенгән кешеләр йылтырашып ултыра. Танышалар:

– Мин КГБ-ла эшләйем.
– Мин Мәғариф министрлығынан!
– Граждандар авиацияһы летчигы булам!
Ә мин уйлап та торманым: “Бурзянский мин!” – тип кенә әйтеп өлгөрҙөм, теге КГБ кешеһе “ах” итеп һикереп торҙо: “О, Бөрйән! Беләбеҙ, һеҙ бөтәгеҙ ҙә айыу ите ашаусылар!” – ти. “Шулаймы ни?” – бөтөнөһө дәррәү миңә ябырылды. “Һәүәҫкәр мин”, – тип ҡотолмаҡ булдым.
– Күпме айыу алдың?!

– 10 – 15 айыу, – үҙемсә бик баҫалҡы һөйләшәм.
– Нисек атаһығыҙ? – тип мәғариф вәкиле булған ҡатынҡай сат йәбешеп төпсөнә.
– Айыу урамға килеп инһә, кәртә башында ғына ятам да атам да йығам, – тием.
Купелағы ир-ат миңә күҙ ҡыҫа. Баяғы ҡатын Мәскәүгә еткәнсе миңә космонавҡа ҡарағандай текләп барҙы. Көпө салбарҙы скафандр тип хис иткәндер, күрәһең.
Ҡазан вокзалында тегене ире ҡаршы алғайны, ҡатыны уның менән һаулыҡ та һорашмай, мине һөйөнсөләп алып китте: “Мин өңдә бер айыу менән килдем!” – ти. Сумаҙанда ятҡан итек менән костюмды алып кейергә форсат юҡ, йән-фарман Кремль һарайына киттем.
Кейемемдән оялып, колонналарға ышыҡланып ҡына йөрөйөм. “Кем һин?”, “Ҡайҙан?” тигән һорауҙарға бер яуап: “Охотник! Медвежатник!” – тим дә ҡасам, икенсе яҡҡа шылам...


Армияла нимәгә өйрәттеләр?


“Тағы бер тарих, быныһы минең тормоштан. 1927 йылда тыуғандарҙы армияға алдылар. Һуғыш Көнбайыштан Көнсығышҡа күскән ваҡыт. Әсәйем әйтә, өйләнеп кит армияға. Ун ете йәштә ниндәй өйләнеү бул­һын! Өйләнмәнем. Оҡшатып йөрөгән ҡыҙым да бар ине, уныһы мин ҡайтыуға бер ҡарт кешегә барып, донъя көтә ине. Армия, һуғыш үтелде, ете йыл ҡырҙа йөрөлдө.
Ҡайтҡас, эй кәләш димләйҙәр. Минең өсөн донъя үҙгәргән: әсәй ҙә, атай ҙа юҡ. Әсәмдең апаһына – Янһарыла йәшәгән инә­йемә – ҡайтҡанмын. Абруй бар, фронтовикмын. Әйләнеп ҡарар хәл юҡ, әйҙә кәләш димләйҙәр. Мәктәптә военрук, физрукмын. Ике уҡытыусы ҡыҙ бар, береһенә лә күҙ төшмәй – төҫ-һындары юҡ. Шулар миңә бәйләнә: “Ҡайһыбыҙҙы алаһың?” – тиҙәр.
Элек Ахрита уйнай торғайныҡ. Иртәгә һайлау тигән төндә клубта һуҡыр шәм яҡтыһында Ахрита теттерәбеҙ. Ҡапыл уҡытыусы ҡыҙҙарҙың береһе башымдан бүркемде тартып алды, икенсеһе кеҫәләге бирсәткәне һурып алды. Көлөшәләр, кәрәкһә, килеп ал, тип клубтан сығып киттеләр.
Мәрәкәләйһегеҙ, үҙегеҙ алып килерһегеҙ әле, мин бармам, тим. Тегеләр юҡ булды. Тышта сатлама һыуыҡ. “Берәйегеҙ алып килегеҙ бүрек менән бирсәткәне”, – тип, шунда бейеп йөрөгән бер ҡыҙҙы эләктереп, алдыма ултырттым. Татар ҡыҙы булып сыҡты. “Ебәр” тигән була, ә үҙе миңә нығыраҡ һыйына. “Әсир булдың, бүрек менән бирсәткәне килтереп бирмәйенсә, алдымдан төшөрмәйем”, – тим. Һаман алып килмәйҙәр бүректе.

Теге ҡыҙый: “Абзый, ебәр”, – ти ҙә үҙе йәтешләнеберәк ултыра бирә. Ҡыҙҙы мин ебәрмәйем булып сыҡты. Аяҡтар маҙап-ойоп китте, юҡ, мәгәр тормайым, ҡыҙҙы алдымдан төшөрмәйем. Көс бар бит инде, матҡып тотоп алғанмын.
Милиция саҡырттылар. Тәртип һаҡсыһы: “Ни иҫерек түгелһең, ниңә ул ҡыҙҙы тотоп ултыраһың? Армияла нимәгә өйрәттеләр?” – ти. Мин: “Принципиаллеккә өйрәттеләр”, – тип яуаплайым. Шунан бүрек менән бирсәткәне килтереп бирҙеләр.
Алдымда ултырған ҡыҙ Зәйтүнә исемле булып сыҡты, уға күҙ атып йөрөгән егеттәр ҙә күп булған. Бер аҙҙан ул минең ағайыма кейәүгә сыҡты, беҙгә еңгә булды. Ә мин балалар йортонда ашнаҡсы булып эшләгән Асия исемле ҡыҙға өйләндем. Асия инәйегеҙ менән алтмыш алты йыл бергә йәшәйбеҙ, һигеҙ бала бирҙе беҙгә Хоҙай”.
Дәүләтбирҙиндар 1969 йылда Иҫке Монасип ауылына күсә. Бында ғорур, матур халыҡ йәшәй. Улар араһында халҡыбыҙҙың йор тел байлығын һаҡлаған, мәҡәл-әйтемдәре, мөнәжәт, әкиәттәре, йыр-көйҙәре, ил-йорт тарихы, шәжәрәһе менән балаларын кинәндереп һөйләп ултырған­дары ла күп осрай. Рәхмәт уларға – башҡорт тарихын телдән-телгә тапшырыусыларға.
Бына шундай сәсән һүҙле оло быуын кешеләре менән осрашыуҙар күңелде байыта, яңы уй-фекерҙәр, тормош һабағы бирә.

Әңгәмәләшеү, кәңәшләшеү (кәңәшле ил тарҡалмаҫ), һөйләшеү йолаһы ныҡ булған, һаҡланған төбәктә йәштәр ҙә өлкәндәргә иғтибарлы, кеселәргә ихтирамлы кеүек. Юҡҡамы ни өләсәй-олатай тәрбиәһе алған бала бай күңелле була. Әлбиттә, ул иң беренсе кеше менән аралашырға һәм әҙәмдең хәленә инергә өйрәнә. “Кеше булған кешенең кеше менән эше бар, кеше булмаған кешенең кешелә ни эше бар?” – Хәйбулла яғында йәшәгән Мөхәмәтйән олатай Ҡаҙаҡбаевтың ошо әйткәне – халыҡ һүҙе, фәлсәфәүи һығымта ул.
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сәлихйән Дәүләтбирҙин менән был осрашыу 2016 йылда июль айында булды. Сәлихйән олатай Асия инәй ауыр хәлдә түшәктә ятҡанда көнө-төнө уның эргәһенән китмәй, йыуатып, ҡулдарын тотоп ултыра. Ғүмер юлын үткәндә бер-береһенә таяныс булған ике кеше һуңғы көндәренә хәтле бер-береһенә ҡанат ялғай, көс бирә. Ошо уҡ йылда улар бер-бер артлы яҡты донъянан үтте. Яҡшы ғаилә, тигән яҡты дандары ҡалды.
Квантун ғәскәрен йәлләгән башҡорт яугире, бөтә донъяла кешелек булһа ине, тип хыялланып йәшәгән халыҡтың бер вәкиле, Совет илендә йәшәгән һәм йәшнәгән быуын. Кем булһа ла, ҡайҙа йөрөһә лә, кешелеклелек, әҙәм балаһын йәлләй белгән үҙ халҡының тәрбиәһен онотмаған ул. Халыҡ тәрбиәһе шулай ауырлыҡты еңел итә, иҫән-имен ҡалырға ла ярҙам итә.

Читайте нас: