Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
14 Май 2021, 14:18

“Беҙҙе сыбыртҡылап ҡыуҙылар...”

Шулай ҙа тылдағылар барыһына түҙгән.

“Һуғыштан яраланып, тубыҡтан ағас аяҡ менән ҡайтҡан Хәлим ағай, “Минең менән йөрөмәйһең” тип, ике бер туған, апалы-һеңлеле Мисфа менән Мәғиәне 200 грамм башаҡ өсөн төрмәгә ебәртте. Мәғиә шунда үлде, Мисфа бер йыл ултырып ҡайтты...”


Сәриә Бәхтегәрәй ҡыҙы Таштимерова (хәҙер Кәбирова) 1930 йылда Мәләүез районының Арыҫлан ауылында тыуған. Һуғыш башланғанда 11 йәштә була. Уның иҫтәлектәренән: “Нәғимә апай менән икәүләп Нөгөш аръяғына ҡара бөрлөгәнгә сыҡҡайныҡ. Ҡайтҡас, унлаған һыбайлының урамға килеп тулғанын күрҙек. Ҡыҙыл флагтар таҡҡандар. Гармун уйнайҙар. Мин үҙ әсәйем Сатиранан биш йәштә ҡалғанмын. Миңлекамал исемле бер туған апайым да бар ине.
Үгәй әсә Аҙнабикә Сәлимйән ҡустыһын ҡосаҡлап, илап оҙатып ҡалды. Уның Орҡоя тигән ҡыҙы булды. Улар апайым менән бер йәштә ине, шуға игеҙәктәр кеүек йөрө­нөләр. Апайым етенсе класты бөтөргәйне, бер йыл курста уҡып ҡайтты ла тракторсы булып эшләне. Орҡояның бер класс белеме лә юҡ ине, ул һауынсы булды.
Атайым Бәхтегәрәй тәүге герман һуғышында булған, әсирлеккә эләккән. Ете йыл немецтарға хеҙмәт иткән. Тегеләр виноград үҫтергән, күҙенә ботағы тейеп, бер күҙе һуҡырайып ҡайтҡан. Әсәй колхозда эшләне.
Аръяҡҡа сығып, ҡоро утын йыйып ҡайтабыҙ ҙа, бәләкәй сана менән һөйрәп, 15 саҡрымдағы Мәләүезгә китәбеҙ. Утынды һатып, бер биҙрә өшөгән бәрәңге, бер-ике өшөгән ҡабаҡ, сынаяҡ ҙурлыҡ ҡына ике бәләкәй көлсә алып ҡайтабыҙ. Ҡыш буйы шулай утын ташыныҡ.
Йәй колхозда эшләнек. Үгеҙ егеп, ер тырматтыҡ. Улар тырмаларҙы әйләндереп сыға ла китә. Трактор барып етмәгән ерҙәрҙе беҙгә ҡул менән ҡаҙырға ҡушалар.
Шәрип ауылы яғындағы туғайлыҡта йәшелсә баҡсаһы булды. Атай шунда эшләне. Ҡарбуз, ҡауын, ҡыяр, сөгөлдөр эй уңа торғайны. Үҙебеҙҙең “Ирек” колхозына тапшырып бөткәндән һуң, артығын күрше-тирә ауылдарҙағы халыҡҡа үгеҙ менән ташып һата ла аҡсаһын колхозға алып ҡайтып бирә ине.
“Ҡыҙрай” совхозында башҡорттар ҙа, урыҫтар ҙа, ҡаҙаҡтар ҙа йәшәне. Уларҙың еренә барып, серек бәрәңге йыябыҙ. Ҡыҙрайҙар беҙҙе һыбай килеп ҡыуа. Шул бәрәңгене йыуып, Ҡыҙрай буйында бешереп, тамаҡты туйҙырып ҡайта инек.
Ҡар аҫтынан туң башаҡтар йыйып, кип­тереп, ҡыҙҙырып, төйөп, ярма итеп, бутҡа бешереп тә ашаныҡ. Әҙерәк он һалып тәбиә икмәге лә иттек. Ҡыш сыҡҡан тарыны ашап үлеүселәр булды. Уны йә һолоға, йә онға алмаштырып бирҙеләр. Һыңар услап ҡына йыйған үләнебеҙгә шуларҙы ҡушып ебәрә инек.
Кешеләр үлгән аттарҙы ла ашаны. Апалы-һеңлеле Хәмиҙә менән Бәғиҙә Ҡотлобаевалар шул ит өсөн талаша икән. Бер ҡатын:

– Һуң һеҙ бер өйҙә йәшәйһегеҙ ҙәбаһа, ниңә тартҡылашаһығыҙ ул? – тип аптырап һораны...
Колхоздың ике аты ҡалғайны. Уларҙы ла урлап алып киттеләр.
Бер ваҡыт, Американан ярҙам килде, тип сталауай ашаттылар. Зөләйха менән Орҡоя апайым Заһри бабайҙың аласы­ғында ыумас бешерҙе. “Америка ризығы” тип бөтә ауыл балалары ашаны.
...Ғәйзулла ағай менән Шәһиҙә апайҙың алты-ете балаһы бар ине. Аслыҡтан бөтәһе лә үлеп бөттө, бер ҡыҙҙары ғына ҡалды.
...Атайым яҡындағы Ужа тигән ауылға бер сатан урыҫҡа бәрәңге, кәбеҫтә ултыртырға барҙы. Бер йомғаҡ кәзә мамығы алып ҡайтҡан. “Минең ҡыҙым шәл бәйләй белә”, – тигән. Улар тағы ла йөн биргән, мин ойоҡтар бәйләп бирҙем. Аҙаҡ ике шәл бәйләнем. Шулай эшләп, ун биш бот бәрәңге алдыҡ. Утыҙ биҙрә беҙгә байтаҡҡа етте.
Аяҡҡа сабата кейҙек. Хәйбулла исемле бабай йоҡа ғына итеп үрә торғайны. Бер аҙнаға ла етмәй, тишелеп сыға.
Фронтҡа ла ойоҡ-бейәләй бәйләттеләр. Көнөнә бер ойоҡ бәйләй инем. Һарыҡта­рыбыҙ булды. Уҡый алманым. Өс класс ҡына бөтөп өлгөрҙөм. Яҙ көл йыябыҙ. Ашлама итеп үгеҙ менән баҫыуға алып барып таратабыҙ.
Ҡарттар менән беҙҙең кеүек балалар трактор тырматҡан ергә бойҙайҙы ла, һолоно ла ҡул менән һибә. Үҫеп сығыуға, сүбен йолҡорға утауға сығабыҙ. Унан ураҡҡа төшәбеҙ. Үгеҙ егеп, көлтә бәйләйбеҙ ҙә уларҙы эҫкерткә һалырға йыйып йөрөйбөҙ. Үҙебеҙ йырлаған булабыҙ. Кис ултырырға кәрәсинде тракторсыларҙан һатып алабыҙ.
...Ике апайым да, Мәләүездә фронтҡа ебәрер өсөн бәрәңгене туҡмас һымаҡ итеп турап, киптереүҙә эшләгән. Шунда үҙҙәре ашап та йөрөгән. 200 грамм туҡмас өсөн Орҡоя апайымды хөкөм итеп, ике йылға төрмәгә ултырттылар. Миңлекамал апайымды вербовка менән Свердловскиға торфҡа ебәрҙеләр. Бер йылдан һуң, түҙмәй, ҡасып ҡайтҡайны, хөкөм биреп, төрмәгә алып киттеләр. Икеһе лә бер төрмәлә ултырған. Атайым, бахыр, бер йылдан һуң уларҙы юллап алып ҡайтты.
Беҙ, биш-алты малай һәм шунса уҡ ҡыҙ, төндә башаҡ йыябыҙ. Ялағай ялтлай. Зәйтүн Бураҡанов тигән малайҙы, атаһына үс итеп, 200 грамм башағын үлсәп, төрмәгә ебәрҙеләр. Йыл ярым тирәһе ултырҙы.
Һуғыштан яраланып ҡайтҡан Хәлим ағай бар ине. Уның бер аяғы тубығынан ағас ине. “Минең менән йөрөмәйһең” тип, ике бер туған апалы-һеңлеле Мисфа менән Мәғиәне 200 грамм башаҡ өсөн төрмәгә ебәртте. Мәғиә шунда үлде, Мисфа бер йыл ултырып ҡайтты.
Һуғыш ваҡытында һыйырыбыҙ быҙауы менән бергә ятып үлде. Ҡыҙрай битендә башаҡ күп икән, тип ишеттек тә Асия менән икәүләшеп киттек. Тәрәнһыу йылғаһы ныҡ ташҡан, ағыҙып алып китте лә барҙы. Ҡарлы-боҙло һыу, ағым көслө. Яр буйындағы ҡоро-һары үләндәргә йәбешеп саҡ сыҡтыҡ. Башаҡ ҡайғыһы китте. Илайбыҙ. Күлдәктәребеҙҙе һығып, өшөп-туңып, ауылға йүгереп ҡайтып киттек.
Тағы ла бер тапҡыр башаҡҡа барҙыҡ. Шәфиға Иҫәкәева тигән оло апай, Флүрә Таштимерова, Асия Бураҡанова, Сәриә Таштимеровалар бер тоҡҡа башаҡ йыйҙыҡ. Ғилметдин Муллашев рәйес ине. Килеп сыҡты ла, мал ҡыуған һымаҡ, беҙҙе сыбыртҡылай башланы. “Ат ҡойроғона тағып һөйрәтәм”, – тип екерҙе.
Бер мәл ауылға йәһүдтәр килде. Әйберҙәрен һатып, ризыҡҡа алмаштырып йөрөнөләр. Ун биш көнләп торғандарҙыр, аҙаҡ ҡайҙалыр киттеләр.

...Һуғыш бөткәндә яланда инек. Сәскестәргә иген һалып йөрөйбөҙ. Тракторсыларға аш бешерәләр ине. Барыбыҙ ҙа шатландыҡ”.

Читайте нас: