Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
15 Май 2021, 09:00

Һуғыш балалары танытма ала башлаясаҡ

“Түләүҙәргә ҡағылған бөтә мәсьәләләр буйынса ярҙамсы закон акттары ҡабул ителгәндән һуң аңлатма биреләсәк,” - тинеләр ведомствола.

Республикала һуғыш балаларына 22 июнгә тиклем танытмалар тапшырыласаҡ. Был хаҡта Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге үҙҙәренең ҡарамағында булған мәғлүмәттәргә таянып, исемлекте әҙерләйәсәк.
“Кешеләрҙән ғаризалар һәм шәхси мөрәжәғәттәр талап ителмәй. Танытмаларҙы тапшырыу район һәм ҡала хакимиәттәре аша 22 июнгә тиклем ойоштороласаҡ. Түләүҙәргә ҡағылған бөтә мәсьәләләр буйынса ярҙамсы закон акттары ҡабул ителгәндән һуң аңлатма биреләсәк,”- тинеләр ведомствола.
“Башҡортостанда һуғыш балалары тураһында “ғы Законға ярашлы, “һуғыш балаһы” статусы һәм шуға ярашлы танытманы 1927 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 3 сентябренә тиклем тыуған кешеләр аласаҡ. Уларҙың бөтәһе лә медицина ярҙамын, стационар социаль хеҙмәтләндереүгә путевкаларҙы сиратһыҙ алыуға хоҡуҡлы. Министрлыҡ мәғлүмәттәренә ҡарағанда, хәҙерге ваҡытта республикала 189,5 мең “һуғыш балаһы” йәшәй. Уларҙың 13 меңе бер ниндәй льготаларҙан да, социаль ярҙамдан да файҙаланмай.
Фото:Salsknews.ru
Читайте нас: