Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
16 Май 2021, 18:00

Тағы бер һуғыш ветераны вафат булды

Ул Дәүләкәндә иҫән ҡалған берҙән-бер Бөйөк Ватан һуғышы яугире ине.

Көндән-көн Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының сафы һирәгәйә бара. Яңы Дәүләкән ҡалаһындағы берҙән-бер һуғыш ветераны Георгий Евстафьевич Мисюркеев вафат булған. Бер ай элек ҡаһарман ветеран үҙенең 97 йәшен билдәләгән, 9 майҙа Еңеү парадын үҙ йорто яныында ҡабул иткән.
Георгий Мисюркеев 1924 йылда Бүрәт Республикаһында тыуған, 1942 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алынған. 1946 йылда тыуған яғына ҡайтып, педагогия институтына уҡырға кергән. Тап ошо ваҡытта үҙенең ғүмерлек мөхәббәте Әминә Сарманаева менән таныша.
Йәштәр өйләнешә, уларҙың өс балаһы тыуа. Әйткәндәй, Әминә Солтан ҡыҙы ла һуғыш ветераны була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул былтыр вафат була. Бәхетле пар 70 йылдан ашыу бергә йәшәй.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас: