Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
21 Май 2021, 21:45

Яҡташтар “Таң ҡыҙы”н ҙурланы

Кушнаренконың Почетлы гражданы Мөнирә Шәйбәкованың шатлығын уртаҡлашырға “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәре барҙы.

Бәхетле кеше ул Кушнаренко ҡыҙы Мөнирә Ғабдулла ҡыҙы. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, республикала беренселәр рәтендә Паша Ангелина исемендәге Хеҙмәт Даны призына лайыҡ булған механизатор, III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры хаҡында бик күп һөйләргә мөмкин.
Саялығы, тәүәккәллеге менән алдырған ныҡышмал ҡатындың, партияның XXVII съезына делегат итеп һайланғас, Мәскәүҙә лә яҡташтарының ихтыяжын ҡайғыртып, министрлыҡтарға мөрәжәғәт итеп, ике “Т-150” тракторы, “Т-130” бульдозеры, “Нива” комбайны, таҡта ярыу ҡорамалы, “КСК-100” кукуруз комбайны, үҙе кеүек механизатор һөнәрен һайлаған әхирәттәренә тәғәйенләп, өс “МТЗ-80” тракторы алдыртыуын әле лә легенда итеп һөйләйҙәр.
Бөгөн райондың Почетлы гражданы Мөнирә Шәйбәкованың “Таң ҡыҙы” тип аталған китабының исем туйына йыйылған яҡташтарының шатлығын уртаҡлашырға беҙҙең “Башҡортостан” гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре лә килде. Әҙәбиәт, рухиәт, хеҙмәтте данлау байрамына халыҡтың нисек һыуһағанын, яҡташтарының йылы иҫтәлектәрен нисек танһыҡлағанын үҙ күҙҙәребеҙ менән күрҙек, күңелебеҙ менән тойҙоҡ. Йыйынтыҡҡа төрлө йылдарҙа яҙылған етмешкә яҡын мәҡәлә, һүрәтләмә һәм иҫтәлектәрҙән тыш, танылған шағирә Әнисә Таһированың колхоз шоферы, тракторсыһы Мөнирә Шәйбәковаға арнап яҙылған “Ҡормаш ҡыҙы” поэмаһы үҙәк урынды алып тора.
Кушнаренко районы - байтаҡ ҡатын-ҡыҙ механизаторҙарҙы әҙерләгән төбәк. Бынан 37 йыл элек ошо сая, ҡыйыу, тал сыбығы кеүек зифа тракторсы ҡыҙҙарҙың бишеһе тураһында һоҡланып яҙған мәҡәләмдә “Таң ҡыҙы”ның героиняһы Мөнирә Шәйбәкова ла бар ине. Кушнаренко тракторсылары бөгөн нисек йәшәй? Был хаҡта гәзитебеҙ биттәрендә оҙаҡламай уҡый аласаҡһығыҙ.
Гөлназ Емсина фотолары.
Читайте нас: