Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
26 Май 2021, 18:30

Хәрбиҙәргә – компьютерҙар

“Коронавирус пандемияһы осоронда финанс һәм физик мөмкинлектәре сикләнгән инвалидтарҙы социаль адаптациялау” проекты буйынса осрашыуҙа ниҙәр ҡаралды?

Бөгөн баш ҡаланың “Торатау” конгресс-холында “Коронавирус пандемияһы осоронда финанс һәм физик мөмкинлектәре сикләнгән инвалидтарҙы социаль адаптациялау” проекты буйынса осрашыу уҙҙы.
Проект Президент гранттары фондының финанс ярҙамы нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Ойоштороусылары – “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе, “ВоИн” Бөтә Рәсәй хәрби инвалидтарҙың йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан бүлеге.
Сарала һуғыш, хәрби хәрәкәттәр инвалидтарын социаль адаптациялау мәсьәләләре барланды. Һүҙ физик һәм психологик реабилитацияны, уҡытыуҙы, инвалидлыҡ һөҙөмтәһендә юғалтылған мөнәсәбәттәрҙе, социаль бәйләнештәрҙе тергеҙеүҙе үҙ эсенә алған саралар хаҡында бара.
Осрашыуға республиканың Туймазы, Шишмә райондарынан, Күмертау ҡалаһынан өс тиҫтәгә яҡын хәрби инвалид һәм хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан әүҙемселәр килгәйне. Уларҙың проблемаларын уртаға һалып һөйләшеү өсөн рәсми ҡунаҡтар - “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров, “ВоИн” Бөтә Рәсәй хәрби инвалидтарҙың йәмәғәт ойошмаһының рәйесе урынбаҫары Николай Шуба, ошо уҡ ойошманың төбәк бүлеге етәксеһе Илья Рыбаков, “Тарихи хәтер” федераль проектының Башҡортостан буйынса координаторы Эдуард Сәйетбатталов һәм башҡалар саҡырылған.
Сарала республикабыҙҙа йәшәгән 29 хәрби инвалидҡа компьютер техникаһы тапшырылды. Артабан улар ирекмәндәр ярҙамында техник йәһәттән хеҙмәтләндереләсәк.
Президент гранттары фондының финанс ярҙамы нигеҙендә тормошҡа ашырылған проект, дөйөм алғанда, хәрби инвалидтарҙың тормош сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Уларға эшкә урынлашырға, шифахана-дауаханаларҙа реабилитация курсы үтергә, компьютерҙа эшләргә йәмәғәт тормошонда ҡатнашырға ярҙам итәсәктәр. Проектта Рәсәйҙең ете төбәге ҡатнаша, шул иҫәптән - Башҡортостан да. Бөгөнгө һөйләшеү – ҙур башланғыстың тәүге сараһы.
Ойоштороусыларҙың пландары буйынса, илдең ете төбәгендә 255 хәрби инвалидҡа физик һәм психологик реабилитациялау ярҙамы күрһәтеләсәк, 270 инвалид компьютер курстары үтәсәк, 200-ләгән мөмкинлеге сикләнгән кешегә компьютер техникаһы тапшырыласаҡ.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас: