Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
27 Июнь 2021, 19:30

Пенсионерҙар һаны кәмей . Ни өсөн?

Былтыр Рәсәйҙә пенсионерҙар һаны 1,2 миллион кешегә кәмене. Ә бит, бер ҡараһаң, ил халҡы ҡартая бара тип беләбеҙ.

Былтыр Рәсәйҙә пенсионерҙар һаны 1,2 миллион кешегә кәмене. Ә бит, бер ҡараһаң, ил халҡы ҡартая бара тип беләбеҙ. Ысынлап та, был бөтә донъяла шулай һәм Рәсәйҙә лә аҙаҡҡы йылдарҙа уларҙың өлөшө ҙурайғандан ҙурая ине.
“Росстат” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, пенсионерҙар һаны кәмеүҙең төп өлөшө былтырғы аҙаҡҡы өс кварталға тура килә, ә 2020 йылдың 1 июленән 2021 йылдың 1 апреленә саҡлы был йәштәгеләр 956 мең кешегә аҙайған. Ә һуңғы ун йылда киреһенсә булғайны – пенсионерҙар ошо осорҙа 38,4 миллиондан алып 43,5 миллион кешегә етте.
Тәүге ҡарашҡа, был кәмеүгә пенсия йәшен арттырыу сәбәпсе һымаҡ тойола. Ысынлап та, “Асыҡ медиа” порталы яҙыуынса, 2019 йылда страховка пенсияһын тәғәйенләү һаны 41 процентҡа, социаль пенсия буйынса туғыҙ процентҡа аҙыраҡ булған. Былтыр пенсия тәғәйенләүҙәр һаны, ошоға ярашлы, алты һәм 16 процентҡа кәметелгән. Ә бит был осраҡта пенсионерҙар һаны 300 меңгә генә аҙайырға тейеш ине. Тимәк, төп сәбәп бында түгел.
Пенсионерҙар һаны аҙайыуҙың иң ҙур өлөшө, әле яҙғанса, былтырғы аҙаҡҡы өс кварталға тура килеүен иҫкә төшөрһәк, бында төп сәбәпсе булып коронавирус сығыш яһауы аңлашылыр. Етмәһә, оло йәштәгеләрҙең пандемия буйынса хәүеф төркөмөнә инеүен дә онотмайыҡ.
Фото: yandex.ru.
Читайте нас: