Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
8 Июль 2021, 14:15

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Стәрлетамаҡтың йәмәғәт ойошмалары көнүҙәк мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итергә тырыша һәм күпкә өлгәшә.

Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ветерандар советы ағзалары, йыйылып, көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышты. Унда мэр Владимир Куликов, шулай уҡ эске эштәр органдары, хәрби хәрәкәттәр, Чернобыль ветерандарының урындағы ойошмалары етәкселәре лә ҡатнашты.
Ҡаланың йәмәғәт берекмәләре һуңғы осорҙа дөйөм мәсьәләләрҙе бергәләп яйға һалыу маҡсатында тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Был юлы Сәтрлетамаҡтың Ветерандар советы рәйесе Тәлғәт Ғәбитов көс структураларында эшләп хаҡлы ялға сыҡҡандарҙың пенсияһын индексациялау кәрәклеген һөйләне, хәрби хәрәкәттәр ветерандарының “Набат” ойошмаһы етәксеһе Илдус Мәнәпов ҡала хакимиәте башлығынан ҡораллы бәрелештәрҙә ҡатнашҡандар өсөн льготаларҙы арттырыу мөмкинлеге хаҡында һорашты. “Чернобыль союзы” вәкиле Леонид Быков иһә атом шартлауы эҙемтәләрен бөтөрөүҙә һаулығын ҡаҡшатҡандарға өҫтәмә медицина ярҙамы талап ителеүен әйтеп үтте.
Сараға саҡырылған белгестәр араһында ошоғаса ЮХХДИ-ның Башҡортостан идаралығы етәксеһе булып эшләгән отставкалағы полковник Динар Ғилметдинов та бар ине. Ул, әлбиттә, ветерандарҙың тормошо һәм ихтыяждары менән яҡшы таныш, Баш дәүләт автоинспекторы булған сағында үҙ тармағынан хаҡлы ялға киткәндәрҙең именлеген хәстәрләүгә ҙур иғтибар бүлде. Шуға ла осрашыуҙа ҡатнашыусылар араһында уртаҡ тел тиҙ табылды.
– Төрлө йәмәғәт ойошмаларының ошолай бергәләп эшләүен хуплайым. Был бик дөрөҫ. Күмәкләп, ҙур маҡсаттарға өлгәшергә мөмкин. Һеҙҙең лайыҡлы тормошҡа хоҡуғығыҙ бар, – тине Динар Заһит улы.
Ысынлап та, берҙәмлек тос емештәр бирә. Мәҫәлән, яңыраҡ Стәрлетамаҡта бала сағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килгәндәргә махсус таныҡлыҡтар тапшырыла башланы. Был категорияға 1927 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 3 сентябренә тиклем тыуған һәм Башҡортостанда даими йәшәгән кешеләр ҡарай. Быйылғаса ошо исемлеккә ингән 189 меңдән ашыу ватандашыбыҙҙың 13 меңе бер ниндәй ҙә ташламаларҙы файҙаланмаған булған.
Автор:Даян Мазитов
Читайте нас: