Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
14 Июль 2021, 16:00

Ҡотдос Латипов – Башҡортостандың даны!

Бөгөн киң йәмәғәтселек данлыҡлы летчиктың тыуыуына 98 йыл тулыуҙы билдәләй.

Ҡотдос Латипов – Башҡортостандың даны!
Ҡотдос Латипов – Башҡортостандың даны!

Һәр төбәкте ил, донъя кимәлендә танытҡан шәхестәре була. Мәҫәлән, Советтар Союзы Геройы Ҡотдос Латипов үҙенең батырлығы менән Башҡортостанға дан килтерҙе. Әйткәндәй, бөгөн киң йәмәғәтселек осоусы-штурмлаусы Ҡотдос Ҡәниф улының тыуыуына 98 йыл тулыуҙы билдәләй.

Авиация полковнигы Ҡотдос Латипов – ябай ауыл малайы. Ул сығышы менән Мәсетле районының Яңы Мишәр ауылынан. Егет Мәсәғүт педдагогия училищеһын тамамлағас, Ләмәҙ-Тамаҡ урта мәктәбендә балалар уҡытҡан. 1941 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алынған, шул уҡ йылды Свердловск хәрби авиация мәктәбендә белем эстәгән. Яҡташыбыҙ Бөйөк Ватан һуғышының башынан алып аҙағынаса ҡатнашҡан. Данлыҡлы осоусы лайыҡлы ғүмер юлы үтеп, 2016 йылдың декабрендә вафат булды. Ул Мәскәүҙә ерләнгән.

Ҡотдос Ҡәниф улының исемен мәңгеләштереү тәңгәлендә эҙмә-эҙлекле эштәр алып барыла. Мәсетле районының Яңы Мишәр ауылы мәктәбе Ҡотдос Латиповтың исемен йөрөтә.  

 

Фото: википедия.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: