Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
2 Август 2021, 09:00

Йылайыр ағинәйенә - йөҙ йәш!

Борис Мелкоедов: "Уға ҡарап, һис тә бер быуат йәшәгән инәй тип тә әйтмәҫһең! Әле лә дәртле, тик ултырырға яратмай, сәскәләр үҫтерә..."

Йылайыр ағинәйенә - йөҙ йәш!
Йылайыр ағинәйенә - йөҙ йәш!

Йылайыр районында йәшәгән Марина Грунина 100 йәшлек оло юбилейын билдәләне. Был хаҡта урындағы хакимиәт башлығы Борис Мелкоедов "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә яҙҙы.

"Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда Марина Грунинаға 20 йәш була. Йәш ҡыҙ кейәүгә сығыр, балалар үҫтерер сағында фронтҡа киткән ир-аттың ауыр хеҙмәтен үҙ иңенә ала. Ҡулына салғы тотоп бесән саба, аттар көтә, хатта "тимер ат"ты ла йүгәнләргә тура килә уға. Әммә ауырлыҡтар ҡыҙҙы һындырмай, киреһенсә көслө рухлы, ныҡ, һау-сәләмәт итә. Хатта уға ҡарап бер быуат йәшәгән инәй тип тә әйтмәҫһең! Әле лә дәртле, гел көлөп тора, зиһене яҡты. Тик ултырырға ла яратмай, түтәлдәрҙә сәскәләр үҫтерә, уларҙы утай. Баҡсала ярҙам итешергә бик ярата ул.

Бәхетле өләсәйҙең дүрт ейәне, ике бүләһе бар. Бөгөн улар араһында изгелек-хөрмәттә йәшәй. Марина Николаевнаның күкрәген "Хеҙмәт ветераны", Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фиҙакәр хеҙмәте өсөн  бирелгән бик күп миҙалдар биҙәй", - тип яҙҙы Борис Николаевич.

Беҙ ҙә Йылайыр ағинәйенең оло юбилейы менән ҡотлайбыҙ. Артабан да бәхетле ҡартлыҡта, һау-сәләмәт йәшәргә яҙһын!

Фото: Борис Мелкоедовтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһе.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: