Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
6 Август 2021, 12:00

Һуғыш балаларына – танытма

 Һуғыш балаларына тантаналы шарттарҙа танытмалар тапшырыуҙы ҡаланың башҡа райондары ла күтәреп алды...

Һуғыш балаларына  – танытма
Һуғыш балаларына – танытма

Өфөлә Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында “Һуғыш балалары сәғәте” үткәрелде. Был сара Киров районында һәйбәт традицияға әүерелде, һәр кесаҙна киске сәғәт 6-ла  ветерандар өсөн байрамса концерттар, ҡыҙыҡлы кешеләр менән осрашыуҙар ойошторола. Һуғыш балаларына тантаналы шарттарҙа танытмалар тапшырыуҙы ҡаланың башҡа райондары ла күтәреп алды.

 

Яңыраҡ Иван Якутов исемендәге паркта “һуғыш балаһы” статусына эйә 16  ветеранға танытмалар тапшырылды. Сарала ҡатнашыусыларҙы “Берҙәм Рәсәй”партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Юрий Мельников, Киров районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәфҡәт Үмәрғәлин сәләмләне.

 

“Был кешеләрҙең бала сағы ауыр һуғыш йылдарына һәм һуғыштан һуңғы  дәүергә тура килде. Тормош ауырлыҡтарына ҡарамаҫтан,  уларҙың күңеле ҡатмаған. “Һуғыш балаһы” статусын  закон кимәлендә нығытыу уларға ғорурланыу өсөн сәбәп һәм аҡсалата түләүҙәргә һәм социаль льготаларға хоҡуҡ бирә”, - тине Рөстәм Әхмәҙинуров.

 

Юрий Мельников сарала ҡатнашыусыларға социаль түләүҙәр тураһында аңлатты, һорауҙарға яуап бирҙе.

 

“Атайымды һуғыш башланғас та фронтҡа алдылар. Мин ул киткәндә әсә ҡарынында ҡалғанмын. Атайым Сталинград эргәһендә һуғышҡан, ишетеү һәләтен юғалтҡан. Ҡайтҡас, көнө-төнө тимер юлда эшләне, - тип хәтерләй Рәмилә Хәкимова. - Республика етәкселегенә беҙҙең турала хәстәрлек күргәндәре өсөн рәхмәт!”

 

 “Һуғыш балалары” тураһында законды Республиканың  Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ҡабул итте. Уға ярашлы, 1927 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 3 сентябренә тиклем тыуған кешеләргә ошо статус бирелә һәм социаль ярҙам саралары тәғәйенләнә. Әлеге көндә республикала 189 мең һуғыш балаһы иҫәпләнә.

 

Фото: Өфөнөң Киров районы хакимиәте.

Һуғыш балаларына  – танытма
Һуғыш балаларына – танытма
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: