Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
10 Август 2021, 11:15

“Яҡташтар” төбәк проектында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны еңде

"Яҡташтар" проектында һеҙҙә ҡатнаша алаһығыҙ

“Яҡташтар” төбәк проектында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны еңде
“Яҡташтар” төбәк проектында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны еңде

“Яҡташтар” төбәк проектында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Өфө ҡалаһының Октябрьский районының Почетлы гражданы Мәмүн Лотфулла улы Ғәтиәтуллин еңде. Ветеранды Октябрьский районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Алена Одинцова ҡотланы.  

 

Алина Михайлова белдереүенсә, Мәмүн Лотфулла улы оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеген алып бара.

 

– Һеҙҙең тормош – йәштәр өсөн сағыу миҫал. Һеҙҙең менән сикһеҙ ғорурланабыҙ һәм һоҡланабыҙ. Ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, – тигән йылы теләктәрен еткерҙе ул ветеранға.

 

Мәмүн Лофулла улы был наградаға иң лайыҡ кешеләрҙең береһе. Ул Бөйөк Ватан һуғышында Сталинградтан алып Прагаға тиклем бара: орудие тоҫҡаусы, расчет командиры, һуңынан взвод менән идара итә, 47-се гвардия уҡсылар полкының составындағы батальондың командиры урынбаҫары була. Бөйөк Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Байраҡ ордендары, “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби хеҙмәте өсөн”, “Праганы ҡотҡарған өсөн”, “Германияны еңгән өсөн” миҙалдары һәм башҡа бихисап наградалары уның ҡаһарманлығы тураһында һөйләй. Тыныс тормоштағы хеҙмәт юлында ул лайыҡлы үтә, маҡсатына өлгәшә. Ил өсөн ауыр мәлдәрҙә Мәмүн Ғәтиәтуллин кеүек кешеләр аяуһыҙ көрәшеп, беҙҙең тыныс тормошобоҙҙо һаҡлап ҡалды.  

 

“Яҡташтар-2021” проекты маҡсаты – йәмәғәт фекерле кешеләрҙе асыҡлау, ауыл һәм райондарҙа халыҡ ышанысын яулаған абруйлы граждандарҙы билдәләү.     


Фото: “Берҙәм Рәсәй” партияһының Өфө ҡалаһындағы төбәк бүлексәһе диуарынан.

  
#ЕР#ЕРУфа#Земляки#Яҡташтар

 

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: