

Туймазы районында бер быуат ғүмер кисергән Клавдия Безденежныхты ҡотланылар.
Ул Собханғол ауылында йәшәй. Биш ҡыҙы, туғыҙ ейән-ейәнсәре, һигеҙ бүлә-бүләсәре бар.
Клавдия Петровна 1921 йылда тыуған, уға Бөйөк Ватан һуғышы михнәтен дә үҙ иңендә татырға тура килгән. Ағинәй, кисергән ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, үҙен бәхетле тип һанай. Ейәндәренә ойоҡтар бәйләй, һәр береһен тыуған көнө менән ҡотлай. Детективтар ҡарарға ярата, район гәзитенең һәр һанын ентекле уҡып бара. Ул күп йылдар нефть тармағында эшләгән. Юбилярҙың зиһене теүәл, кәйефе яҡшы, һаулығы шәп.
Беҙ ҙә ҡотлауҙарға ҡушылабыҙ һәм ағинәйгә бәрәкәтле оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ.
Фото: "Туймазинский вестник".