Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
17 Сентябрь 2021, 18:15

“Беҙ улар тураһында хәстәрлек күрергә тейешбеҙ”

Республика етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә һуғыш осоро балалары тураһында яҙҙы.

“Беҙ улар тураһында хәстәрлек күрергә тейешбеҙ”
“Беҙ улар тураһында хәстәрлек күрергә тейешбеҙ”

Республика етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә һуғыш осоро балалары тураһында яҙҙы.

“Уларҙың күҙ ҡараштары ниндәй иғтибарлы, йылмайыуҙары ҡайһылай ихлас... Хәҙер мин өлкән кешеләр өсөн уларҙың статусын нығытыу һәм “Башҡортостан Республикаһында һуғыш осоро балалары тураһында” закон ҡабул итеү хаҡындағы ҡарарыбыҙҙың ни ҡәҙәр мөһим икәнлеген аңлайым.

Улар – бала саҡтары урланған кешеләр. Ил менән бергә ҡаты һынауҙарҙы үткәргәндәр – баҫыуҙарҙа, оҫтаханаларҙа, заводтарҙа эшләгәндәр. Күптәре үҙҙәренә йәш өҫтәп, фронтҡа киткән. Ә аҙаҡ емерек илде күтәргәндәр.

Минең өсөн ветерандарыбыҙ менән аралашыу, республикалағы хәлдәр тураһында фекерҙәрен ишетеү ҙур хөрмәт булды. Улар хәҙерге заманды башҡаса күҙлектән күрә, һәм беҙ өлкәндәр тәжрибәһенә таянып, уларҙы хәстәрләп, ярҙам итеп, артабан барырға тейешбеҙ”, - тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Фото: Радий Хәбировтың сәхифәһе.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: