Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
19 Сентябрь 2021, 13:00

98 йәшлек ветеран ниндәй фекерҙә?

Фәтхулла Юламанов: "Һайлауға бармай, ситтә ҡалып, аҙаҡ дәүләтте әрләп ятыуҙан фәтүә юҡ. Күрәһегеҙме, мин хатта, йортома килеп һайлатырға тәҡдим итһәләр ҙә, үҙ аяҡтарым менән участкаға килеүҙе өҫтөн күрәм. Һуғыш ҡына ҡабатланмаһын".

98 йәшлек ветеран ниндәй фекерҙә?
98 йәшлек ветеран ниндәй фекерҙә?

98 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Фәтхулла Юламанов 2-се Аҡъяр мәктәбендә урынлашҡан 3204-се һайлау участкаһына һәр ваҡыттағыса тәүгеләрҙән булып килеп, Рәсәй Думаһы депутаттарын һайлауға үҙ өлөшөн индерҙе.

"Һайлауҙы ғүмеремдә бер тапҡыр ҙа ҡалдырғаным булманы. Илебеҙҙең именлеге өсөн тауыш бирәм. Иң ҙур теләгем - Рәсәйҙә башҡаса бер ваҡытта ла һуғыш булмаһын, йорт-ил, донъялар тыныс торһон! Мин һайлауға алдан ҙур әҙерлек менән киләм, депутаттарҙың һәр береһен шәхси өйрәнеп, партияларҙы ҡарап, лайыҡлы тип һанаған кандидатҡа тауыш бирәм. Мөһим сараны һәр саҡ көтөп алып, байрамға килгән кеүек киләм. Беҙҙең яҡты киләсәгебеҙ бит үҙебеҙ һайлаған депутаттарҙың дөрөҫ итеп сығарған һәм ҡабул иткән ҡанундарына ла бәйле. Шуға күрә һәр беребеҙ үҙебеҙҙең, балаларыбыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙең алдағы тормошо өсөн тауыш бирергә тейешбеҙ.

Ә һайлауға бармай, ситтә ҡалып, аҙаҡ дәүләтте әрләп ятыуҙан фәтүә юҡ. Күрәһегеҙме, мин хатта, йортома килеп һайлатырға тәҡдим итһәләр ҙә, үҙ аяҡтарым менән участкаға килеүҙе өҫтөн күрәм. Һуғыш ҡына ҡабатланмаһын", - ти ҡарт һалдат.

Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайты.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: