

Ғафури районы ЗАГС-ында бындай ығы-зығының, күтәренке мөхит хакимлыҡ иткән күңелле ваҡиғаның күптән булғаны юҡ ине. Ғәҙәти булмаған ғаилә парын теркәүҙе хеҙмәткәрҙәр тантаналы шарттарҙа башҡарҙы. Уйлап ҡарағыҙ: бәхетле кәләшкә – 81, кейәүгә 79 йәш!
Юстиция дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө алдынан ғүмер юлын 55 йыл буйына ҡулға-ҡул тотоношоп үткән Леонид Шатунов һәм Мәҡлүфә Хәйретдинова никахлашырға була. Балаларын аяҡҡа баҫтырып, хәҙер ейән-ейәнсәрҙәре менән мәж килә улар. Никахлашыусыларҙың икеһе лә – хеҙмәт ветераны, әле лә әүҙем тормош алып баралар.
ЗАГС хеҙмәткәрҙәре бәхетле ғаилә парын тормоштарындағы иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотлап, уларға ныҡлы һаулыҡ һәм бәхет теләне.
Фото: БР Юстиция дәүләт комитеты.