Ветеран
28 Сентябрь 2021, 06:42

Тәүге юбилей миҙалы

vk.com/club193654148  Мәҡсүт ауылы ветерандарынан бер төркөм.vk.com/club193654148  Мәҡсүт ауылы ветерандарынан бер төркөм.
Мәҡсүт ауылы ветерандарынан бер төркөм. Фото:vk.com/club193654148

Атайым Һибәтулла Хисаметдин улы Бикбулатов данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 60-сы полк эскадроны яугире булды.

Ул 1904 йылда Матрай (Йылайыр) районының Мәҡсүт ауылында донъя­ға килә. Граждандар һуғы­шында ҡатнаша. 1930 йылда кол­хозға инә. Тәүҙә колхозға махсус саҡырылған тимерсе урыҫ Фе­дорҙың ярҙамсыһы була. Федор тыуған яғына ҡайтып киткәс, колхозда төп тимерсе булып ҡала.

Шулай 30 йыл дауамында, хатта һуғыш ваҡытында ла эшләй. Яу тынып торған арала полктың күсмә тимерлегендә аттар дағалай, кәрәк булһа, ҡорал ремонтлай. “Батыр­лыҡ өсөн”, “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” һәм башҡа миҙалдар менән наградлана. Бер нисә тапҡыр ҡаты яраланып, госпиталдә дауаланып сыға. Шуның иҫтәлеге булып һулаҡай яурынының өҫтөндә бер ҡалаҡ һыу һыймалы соҡор ҡала.

Һуғыш тамамланғас, тимерсе икәнен белеп, корпустың  ветеринар часына саҡырып алалар. 1945 йылдың октябренә тиклем бөтөн корпустың аттарын өр-яңынан даға­лап сыға. Был эше өсөн ике сумаҙан әйбер бүләк бирәләр. Ошо ваҡиғаның иҫтәлеге булған фанер сумаҙанды 80-се йылдар аҙағынаса ваҡ-төйәк һалыуға ҡулландыҡ. Артабан колхо­зыбыҙ “Башҡортостан” совхозына әйләнде. Атайым, ошо хужалыҡта эшләп, 1964 йылда хаҡлы ялға сыҡты.

…51 йыл элек миңә ауылы­быҙҙың хөрмәтле һуғыш ветерандарына Еңеүҙең 25 йыллығы айҡанлы булдырылған юбилей миҙалын тапшырыу ваҡиғаһының шаһиты булыу бәхете тейҙе. 1970 йылдың яҙында мин тыуған ауылым Мәҡсүттә клуб мөдире булып эшләп йөрөй инем. Кисләтеп кенә ауылға Юлдыбай ауыл советы рәйесе Ҡорбанғәле Рәхмәт улы Сараев килеп төштө. Ул минең бер туған еҙнәйем ине, шуғалыр тиҙ генә һуғыш ветерандарын беҙҙең өйгә йыйырға ҡушты.

Мин, йүгереп йөрөп, фронто­виктарҙы өйөбөҙгә саҡырып сыҡтым. Күп тә үтмәй, ауылдың үрге осонан Заһит, Ҡыҙмитдин, Ҡунаҡҡужа Исҡу­жин ағайҙар, Айса олатай Байғолов, Хәлиулла олатай Аллабирҙин, Ишмөхәмәт ҡоҙа Мостафин, Сәми­ғулла ағай Бикбулатов беҙҙең өйгә – легендар Шайморатов дивизияһы һуғышсыһы атайым Һибәтулла Бикбулатов янына йыйылдылар.

Яугир Шаһишәриф ағай Таҡалов ҡына, ауырыу сәбәпле, был йыйынға килә алманы. Утлы яу юлдарын үтеп, тыуған тупраҡтарына имен ҡайтҡан ветерандарға ауыл советы рәйесе  “Бөйөк Еңеүгә – 25 йыл” миҙалын тапшырып, һәр береһенең ҡулын ҡыҫып, ихлас ҡотланы. Был һуғыштан һуң булдырылған тәүге юбилей миҙалы ине. Награда алыусыларҙың шатлығы йөҙҙәренә сыҡты, бер-береһен ҡотланылар, һуғыш хәти­рәләре менән уртаҡлаштылар.

Шунан әсәйем Сәлихә әҙерләгән мул табын янында оҙаҡ ҡына күңелле итеп аралашып ултырҙы­лар. Яугир ағайҙар тыл ветераны, скрипкасы Мөхәмәтйән ағай Бикбулатовты ла түргә саҡырғас, табын тағы йәнләнеп китте.

51 йыл элек булған был ваҡиға – матур мәжлес һаман да күҙ алдымда тора. Һуңынан һуғыш ветерандары тағы ла бер нисә юбилей миҙалы менән бүләкләнде. Быйыл Бөйөк Еңеүгә 76 йыл тулып уҙҙы. Бөгөн шул еңеү һалдаттарының береһе лә яҡты донъяла юҡ инде, йәндәре йәннәттә булһын. Уларҙы һағынып иҫләргә генә ҡалды. Беҙҙең бәләкәй генә Мәҡсүт ауылынан һуғышҡа 75 кеше китеп, 25-енә генә иҫән ҡайтырға яҙған. Мәҡсүт ауылындағы иҫтәлекле таҡтаташта уларҙың исеме яҙылған. Тыныс тормош яулап алып биргән яу батырҙарын оноторға хаҡыбыҙ юҡ.

Был мәҡәләмде яугир ауылдаш­тарымдың яҡты иҫтәлеген хәтергә алыу маҡсатында яҙҙым. Герой­ҙарымдың балалары, ейән-ейән­сәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре әле Санкт-Петербург, Өфө, Магнитогорск, Сибай ҡалаларында, Хәйбулла, Йылайыр райондарында йәшәй. Улар мәҡәләмде уҡып шат булыр, шундай атай-олатайҙары булыуына ғорур­ланыр, тип ышанам.

 

Әбделәхәт БИКБУЛАТОВ.

 

Йылайыр районы,

Мәҡсүт ауылы.

Читайте нас