

Баймаҡ районында йыл һайын оло йәштәгеләргә ҡарата хөрмәт һәм ихтирам күрһәтеү, уларҙың хәлен белеү, ярҙам итеү маҡсатында Ололар көнө алдынан "Мәрхәмәтлек" айлығы иғлан ителә.
Был акцияға тәүгеләрҙән булып Баймаҡ районы хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты ла ҡушылды. Уның етәксеһе Заһит Ғүмәров үҙенең социаль селтәрҙәге диуарына яҙыу ҡалдырған.
"Бөгөн беҙҙең ирекмәндәр Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән оло йәштәге инәй-олатайҙарға барып, йорт-ҡураһында ярҙам итте. Шулай уҡ беҙҙең ярҙамсылар һәм комитет хеҙмәткәрҙәре байрам алдынан районыбыҙҙағы оло йәштәге яҡташтарыбыҙға шылтыратып, хәлдәрен белеп, ҡотлау сәләмдәрен еткерә. Иртәгә "Һеҙҙең өсөн, ҡәҙерлеләребеҙ!" тип аталған бик матур акциябыҙ старт ала. Ул ҡала урамдарында үтәсәк. Ә инде 1 октябрҙә "Өләсәйгә сәйгә", тип аталған хәйриә акцияһын тамамлайбыҙ һәм барлыҡ йыйылған әйберҙәрҙе Аҡморон ауылындағы ҡарттар йортона алып барып тапшырасаҡбыҙ.
Беҙ йәштәрҙә ололарға ҡарата хөрмәт һәм иғтибар тойғоһон тәрбиәләргә, уларға һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙырға тейешбеҙ. Был көн һәр кемебеҙгә лә килеп еткәнен онотмайыҡ! Мәрхәмәтле булайыҡ!"
Шулай уҡ ҡаланың мәғариф бүлеге лә был айлыҡҡа дәррәү ҡушылған, улар ауылда йәшәгән оло йәштәгеләрҙең хәлен белә, картуф алырға ярҙамлаша, йорт тирәһен таҙарта. Шулай уҡ "Изгелек һәм мәрхәмәтлелек" тип аталған класс сәғәттәре үткәрелә, "Минең яратҡан өләсәйем" исемле һүрәттәр конкурсы, "Мин үҙемдең туғандарым менән ғорурланам" тигән темаға иншалар яҙыу ойошторолған.
Фото: Заһит Ғүмәровтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.