

Өлкән йәштәгеләр көнөндә “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ветерандар менән осрашты.
– Бөгөн Өлкән йәштәгеләр көнө – бик яҡшы көн, – тине ул сығышында. – Был көндә атай-әсәйҙәребеҙҙе, олатай-өләсәйҙәребеҙҙе ҡотлайбыҙ. Республиканы төҙөүгә хеҙмәт һалғанығыҙ өсөн рәхмәт".
Республика етәксеһе коронавирус менән бәйле хәлдең ябай булмауын билдәләп, бөгөн төп бурыстың вакцина яһатыу икәнен белдерҙе. Ул юғары әҙерлек тураһындағы Указға яңы үҙгәрештәр тураһында хәбәр итте, бөтә кешене сәләмәтлеген хәстәрләргә, яҡындарының хәүефһеҙлеген ҡайғыртырға саҡырҙы.
Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова “Башҡортостан - оҙайлы ғүмер” проектын тормошҡа ашырыу тураһында һөйләне.
– Был программа ветерандарыбыҙҙы социализациялау өсөн бик мөһим. Уны дауам итәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Беҙҙең өлкән туристарыбыҙ ҙур ҡәнәғәтлек менән республиканың иҫтәлекле урындарында була, шифаханаларҙа ял итә.
Осрашыу аҙағында ветерандар өлкәндәр өсөн форумдарҙы йыл һайын үткәреү тәҡдиме менән мөрәжәғәт итте. Башҡортостан Башлығы башланғысты хупланы һәм министрлыҡҡа был мәсьәләне эшләргә, тәҡдим индерергә ҡушты.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.