

Коронавирус бер кемде лә аямай: бөгөн Стәрлетамаҡта ғүмере буйы милли мөхитте үҫтереүҙә ҙур көс һалған, Стәрлетамаҡтың почетлы гражданины, оҙаҡ йылдар Стәрлетамаҡ химия-технология техникумын етәкләгән, тиҫтә йыл Стәрлетамаҡ ҡоролтай рәйесе вазифаһын үтәгән, ҙур йөрәкле шәхес, педагог, фән эшмәкәре, яҙыусы, композитор Риф Абдулла улы Дәминевтың йөрәге тибеүҙән туҡтаны.
"Башҡортостан" гәзите редакцияһы халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улының яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша һәм уларға сабырлыҡ һәм түҙемлек теләй!
Мәрхүм меннә хушлашыу иртәгә, 22 ноябрь көнө сәғәт 11.00, Комарова урамындағы 18-а йортта махсус хушлашыу залында үтәсәк.
Фото: "Башинформ"дан.