Ветеран
22 Декабря 2021, 18:00

Яңы йыл менән, ветеран!

98 йәшлек инәйҙәр байрамды ниндәй кәйефтә ҡаршылай? 

Яңы йыл менән, ветеран!Яңы йыл менән, ветеран!
Яңы йыл менән, ветеран!

Өфөлә “Берҙәм Рәсәй” партияһы әүҙемселәре “Еңеү ирекмәндәре” менән берлектә “Яңы йыл менән, ветеран!” акцияһын башлап ебәрҙе.

“Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын ҡотланы, Менәүәрә Мәүлитова менән Тәҡмилә Миңлеғоловаға бүләктәр тапшырҙы.

Тәүҙә ул медицина фәндәре докторы Менәүәрә Мәүлитоваға инеп сыҡты. Ветеран Башҡортостанда балалар хирургияһына нигеҙ һалған, 45 йыл буйына Башҡортостан дәүләт медицина университетының ошо уҡ исемдәге кафедраһына етәкселек иткән. Медицинаға Менәүәрә Ғәбдрәҡип ҡыҙы тиҙ генә килмәгән. Тәүҙә Бәләбәй педагогия училищеһын тамамлаған. Ауыр һуғыш йылдарында ун туғыҙ йәшлек ҡыҙ мәктәп директоры булған, һуңынан - ВЛКСМ-дың Бүздәк район комитеты секретары. Юғары уҡыу йортона уҡырға инергә ваҡыт еткәс, педагогик стажы барлыҡҡа ҡарамаҫтан, Менәүәрә Ғәбдрәҡип ҡыҙы медицина институтын һайлаған. 60 йылдан ашыу ғүмерен яратҡан эшенә бағышлаған.

Ветеран күҙ йәштәре менән ауыр һуғыш йылдарын хәтергә төшөрҙө. 98 йәшлек инәй республика халҡына ныҡлы һаулыҡ һәм тыныс күк йөҙө теләне.

98 йәшлек Тәҡмилә Миңлеғолова, оло булыуына ҡарамаҫтан, донъяһын таҙалыҡта, тәртиптә тота. Әле шыршы биҙәй, туғандары менән Яңы йыл ҡаршыларға әҙерләнә. Шулай уҡ 2020 йылда һәйкәл асыу тантанаһынан фотолар күрһәтте, һуғыш йылдарындағы тормошо хаҡында һөйләне.

“1942 йылда Өфөлә фронт өсөн комсомол ҡыҙҙарҙы йыйыу башланды. Мин Жданов районында комсомолдың район комитеты аша хәрби хеҙмәткә саҡырылдым. 9 майҙан 10-на ҡарай төндә фронтҡа ебәрҙеләр. Миңә ул саҡта 18 йәш ине. Башҡа ҡыҙҙар менән бергә Волгоградта һуғыштым. ПВО-ның туғыҙынсы Сталинград корпусында хеҙмәт иттем. Икенсе, дүртенсе фронт радиотелеграфсыһы булдым. Еңеү көнөн Будапештта ҡаршыланым. Радиотелеграфсы, беренсе класлы тыңлаусы инем. Икенсе дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены менән наградландым”, – тип һөйләне Тәҡмилә Миңлеғолова.

Тәҡмилә Нәсибулла ҡыҙы туғандары, байрамды нисек ҡаршыларға йыйыныуы хаҡында ла бәйән итте. Ул барыһына ла Яңы йылда яҡшы кәйеф, яҡындарының янда булыуын теләне. Шулай уҡ ветеран иғтибар һәм хәстәрлек өсөн рәхмәт әйтте.

“Бөгөн беҙ Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ике һоҡланғыс кешенең хәлен белештек. Уларға Яңы йыл аҙыҡ-түлек йыйылмаһы тапшырылды. Беҙҙең акция ветерандарыбыҙға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. 98 йәшендә улар икеһе лә үҙҙәрен бик яҡшы тоя. Тәҡмилә Нәсибулла ҡыҙы менән Менәүәрә Ғәбдрәҡип ҡыҙына йыш барып йөрөрбөҙ. Яңы йыл алдынан ветерандарыбыҙға ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ, тағы ла бер тапҡыр рәхмәт әйтәбеҙ”, – тине Рөстәм Әхмәҙинуров.

“Яңы йыл менән, ветеран” акцияһы барышында ирекмәндәр республикалағы 583 фронтовикты ҡотларға ниәтләй. Акция Раштыуа байрамына тиклем дауам итәсәк. Бер нисә ҡала һәм район халҡы әүҙемселәрҙән бүләктәр алды ла инде.

Фото: "Берҙәм Рәсәй".

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас