Ветеран
9 Ғинуар 2022, 11:00

Илнур өләсәһен күтәреп кенә йөрөтә

Әбйәлил егетенең йөрәк түренән сыҡҡан һүҙҙәре - яҙмала.

Илнур өләсәһен күтәреп кенә йөрөтәИлнур өләсәһен күтәреп кенә йөрөтә
Илнур өләсәһен күтәреп кенә йөрөтә

Әбйәлил районының Тал-Ҡусҡар ауылында йәшәгән Илнур Дәүләтбаев "Бәйләнештә"ге сәхифәһенә өләсәһен күтәргән фотоһүрәтен ҡуйған һәм аҫтына түбәндәге яҙыуҙы ҡалдырған.

"Минең өләсәйемә 94 йәш. Ул беҙҙе бәләкәй саҡта ҡулында ғына алып йөрөп үҫтерҙе. Беҙҙең алыштырғыһыҙ, иң һәйбәт өләсәйебеҙ. Үҙен дә һуңғы көнөнә тиклем ҡулыбыҙҙа ғына алып йөрөйәсәкбеҙ. Мең рәхмәт һиңә, ӨЛӘСӘЙ!

Әле беҙ мунсаға китеп барабыҙ".

Бына ошондай мәрхәмәтле ейәндәр йәшәй Әбйәлил яғында. Афарин, Илнур!

Фото Илнур Дәүләтбаевтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас