Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
5 Февраль 2022, 22:00

Баймаҡтан Кәримә инәйгә - 102 йәш!

...Әммә йәштәрҙең бәхете оҙаҡҡа бармай: ғаилә башлығы фронтҡа алынып, 1942 йылда уның хәбәрһеҙ юғалғаны тураһында “ҡара ҡағыҙ” килә. Кәримә Ямалетдин ҡыҙы ғүмер буйы иренә тоғро ҡала.  

Баймаҡтан Кәримә инәйгә - 102 йәш!
Баймаҡтан Кәримә инәйгә - 102 йәш!
Бөгөн Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән ағинәй, Бөйөк Ватан һуғышы яугиренең тол ҡатыны, тыл хеҙмәтсәне, хеҙмәт ветераны Кәримә Ямалетдин ҡыҙы Әлибаева 102 йәшен билдәләй.
Ул Йылайыр районының Һултантимер ауылында донъяға килгән. Артабан Хәйбулла районы Түш ауылында йәшәй. Бала сағы ауыр эш, аслыҡ, яланғаслыҡ булған осорға тура килеү сәбәпле, зирәк ҡыҙға уҡыу бәхете эләкмәй. Бәләкәйҙән колхозда хеҙмәт итеп быуындарын нығыта, туғандарына ярҙам итә. 1939 йылда Әбделвәхит Хәйбуллинға кейәүгә сыға, бер йылдан тормоштарын йәмләп ҡыҙҙары донъяға килә. Әммә йәштәрҙең бәхете оҙаҡҡа бармай: ғаилә башлығы фронтҡа алына һәм 1942 йылда уның хәбәрһеҙ юғалғаны тураһында “ҡара ҡағыҙ” килә.
Йәшләй тол ҡалған Кәримә Ямалетдин ҡыҙы, нисек кенә ауыр булһа ла, бар түҙемлеген йыйып, яңғыҙ ҡыҙын күҙ ҡараһындай ҡәҙерләп, һөйгәненең төҫө итеп тәрбиәләргә тырыша. 1943 йылда Баймаҡ районының Семеновка ауылы янындағы фабрикаға эшкә килә, шахтала ла тир түгә. Бер урында 23 йыл ауыр хеҙмәт башҡарыуы сәбәпле, 45 йәштән хаҡлы ялға сығып, Баймаҡ ҡалаһына килеп төпләнә. Был ваҡытта ҡыҙы Миңъямал ҡалала уҡый, аҙна һайын әсәһенә ярҙамлашыу өсөн ауылға ҡайта. Шуға күрә, ҡыҙына уңайлыраҡ булһын өсөн, район үҙәгендә йәшәргә ҡарар итә.
"Әсәйемдең бер ваҡытта ла тик ултырғанын күрмәнем. Семеновкала йәшәгәндә ауыл ҡатындары өсөн күлдәктәр тегер ине, ҡулынан шәл бәйләме төшмәне. Аш-һыуға оҫта, тегеүгә, бәйләүгә маһир. Минең өсөн әсәйем серҙәш тә, кәңәшсе лә. Балаларымды ҡарашты, бөтә яҡлап ярҙам итте. Әле лә әхирәттәр кеүек йәшәйбеҙ. Сәләмәтлеге яҡшы. Ҡыҙым Санкт-Петербург ҡалаһында ғаиләһе менән йәшәй, әсәйем көн һайын ейәнсәре менән телефондан һөйләшеп, хәлдәрен белешеп тора", - ти ҡыҙы Миңъямал апай.
Кәримә Әлибаева – иренә ғүмере буйы тоғролоҡ һаҡлаған, сәләмәт тормош алып барған, ҡыҙы һәм ейәнсәре өсөн терәк, ололарға үрнәк, йәш быуынға өлгө булып йәшәгән хөрмәтле тыл ветераны, абруйлы ағинәй, бәхетле әсәй, һөйөклө өләсәй. 102 йәшлек инәйҙе беҙ ҙә юбилейы менән ҡотлап, сәләмәтлек, күңел бөтөнлөгө теләйбеҙ.
 
Автор фотоһы.
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: