Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
24 Февраль 2022, 21:00

“Һуңғы ветеранды юғалттыҡ...”

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Абдрафиҡ Вәлиев 96-сы йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте...

“Һуңғы ветеранды юғалттыҡ...”
“Һуңғы ветеранды юғалттыҡ...”

Ватанды һаҡлаусылар байрамынан һуң Салауат районының Мөрсәлим ауылында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Абдрафиҡ Вәлиев 96-сы йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте...

“Кисә генә уны байрам менән район хакимиәте башлығы Марс Кашапов һәм Совет рәйесе Ринат Әбдрәшитов ҡотлағайны, ә бөгөн ветерандың ғүмере өҙөлгәне билдәле булды”, – тип яҙа “Салауат ерендә” гәзите.

Абдрафиҡ Вәлиев Тирмән ауылында тыуған, 17 генә йәшендә, 1943 йылдың октябрендә, Совет Армияһы сафына алына. 1944 - 1945 йылдарҙа Беренсе Украина фронтының 877-се уҡсылар полкында артиллерист булып хеҙмәт итә. Ике тапҡыр яралана. 1950 йылда ғына демобилизациялана һәм тыуған яғына ҡайта.

Ҡатыны менән алты бала тәрбиәләп үҫтерәләр. 2005 йылдан алып ветеран Мөрсәлим ауылында улы эргәһендә йәшәгән.

Фото: “Салауат ерендә” гәзите.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: