Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
25 Февраль 2022, 15:00

Ветеран 100 йәшлек юбилейын билдәләне

Яугир  Сталинградты обороналауҙа ҡатнаша, Ватан һуғышы ордены һәм башҡа хәрби наградаларға лайыҡ була...

Ветеран 100 йәшлек юбилейын  билдәләне
Ветеран 100 йәшлек юбилейын билдәләне

Иглин районында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәйфә Насирова 100 йәшлек юбилейын билдәләне. Яугир ҡатын Сталинградты обороналауҙа ҡатнаша, Ватан һуғышы ордены һәм бик күп хәрби наградаларға лайыҡ булған.

Рәйфә Ғәбдерәүеф ҡыҙы бынан 80 йыл элек булған ваҡиғаларҙы яҡшы хәтерләй. 1942 йылда мәктәптә балалар уҡытып йөрөгәндә повестка ала. 5 май көнө уның хәтеренә уйылған. Ҡыҙ зенит-артиллерия полкына эләгә һәм Сталинградты обороналау һыҙығына баҫа. Яугир тәүҙә дошман самолеттары һәм бомбардировщиктары модификацияларын тырышып өйрәнә.

 Сталинград янындағы ҡан ҡойғос һуғыштарҙа ҡатнаша, уның батареяһын фашистар бомбаға тота, үҙе ҡаты яралана. Оҙаҡ ҡына дауаланғандан һуң 679-сы зенит-артиллерия полкына ебәрәләр, һуғыш аҙағына тиклем шунда хеҙмәт итә. Еңеү көнөн  Ҡара дингеҙ ярында  отделение командиры вазифаһында, кесе сержант званиеһында ҡаршы ала. 1945 йылдың авгусында ғына демобилизациялана.

 Һуғыштан ҡайтҡас, Ауырғазы районы мәктәбендә уҡыта, аҙаҡ район мәғариф бүлегендә инспектор булып эшләй. Буласаҡ тормош иптәше фронтовик Зариф Ғиләжев  менән таныша, ярты быуаттан ашыу бергә татыу тормош көтәләр. Бына  ветеран 59 йыл инде  Иглин районының  Красный Восход ауылында йәшәй. Тормош иптәше менән алты бала тәрбиәләп үҫтерәләр, 14 ейәндәре , 18 бүлә-бүләсәрҙәре бар. Рәйфә Ғәбдерәүеф ҡыҙын оло юбилейы менән ҡотларға  район етәкселәре, яҡташтары килде, һуғыш һәм хеҙмәт ветеранына йылы ҡотлау һүҙҙәре , матур теләктәр әйтелде. Беҙ ҙә хеҙмәт һәм һуғыш ветеранына һаулыҡ, күңел тыныслығы теләйбеҙ!

 

Фото:ғаилә архивынан.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: