Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
6 Март 2022, 22:00

Ире менән ике аҙна ғына йәшәп ҡалған...

Белорет районында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына 101 йәш тулды.

Ире менән ике аҙна ғына йәшәп ҡалған...
Ире менән ике аҙна ғына йәшәп ҡалған...

Белорет районында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышынының берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ ветеранына 101 йәш тулды.

Ольга Андреева Белорет медицина училищеһын тамамлаған. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында санитар эшелонында медсестра булып хеҙмәт иткән. Уның яуҙағы хеҙмәттәре бик күп дәүләт наградалары менән билдәләнгән.

1941 йылда ире менән туй үткәргәндән һуң ике аҙна ғына йәшәп ҡалалар. Ольга Андреева иренән бары өс кенә хат ала. Ул яуҙан ҡайтмай, хәбәрһеҙ юғалды тип иҫәпләнә.

Ольга Андреева башҡаса тормошҡа сыҡмай. Һуғыштан ҡайтҡас, йоғошло ауырыуҙар дауаханаһына медсестра булып эшкә урынлаша, унда 40 йылдан ашыу ғүмерен кешеләрҙе дауалауға бағышлай.

8 Март байрамы алдынан Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта ветеран менән осрашып, уға рәхмәт һүҙҙәрен, изге теләктәрен еткерҙе.

– Ул насар ишетә, шуға ла көслө тауыш менән аралашырға тура килде. Ишетте, тулҡынланды, сәскәләргә, открыткаға һәм бүләккә ҙур рәхмәт белдерҙе, – тип яҙған социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Андрей Иванюта.    

Хакимиәт хеҙмәткәрҙәре Ленинград блокадаһын кисергән Кира Александровна Буркованы һәм Галина Андеевна Федорованы, концлагерҙарҙың бәлиғ булмаған әсирҙәре Валентина Герасимовна Голоскокованы, Альма Эмануиловна Сысоеваны, Мария Ивановна Леонтьевнаны яҡынлашып килгән Халыҡ-ара ҡатын ҡыҙҙар көнө менән ҡотланы. Улар ауыр ваҡыттарҙы кисерә, үҙ быуатында күпте күрә, ауыр эштәр башҡара, әммә бирешмәй, балалар тәрбиәләй, ейәндәрен, бүләләрен үҫтерергә ярҙамлаша.

Ошондай кешеләр йәмғиәтебеҙҙе йәмләй, улар беҙҙең өсөн яҡшылыҡ, изгелек, көслө рухлылыҡ өлгөһө булып тора. Хөрмәтле өлкән быуын кешеләренә бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ.

Фото Андрей Иванютаның сәхифәһенән алынды.

Ире менән ике аҙна ғына йәшәп ҡалған...
Ире менән ике аҙна ғына йәшәп ҡалған...
Ире менән ике аҙна ғына йәшәп ҡалған...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: