Бөгөн Сибай ҡалаһында Радий Хәбиров Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сәмиға Ырыҫмөхәмәт ҡыҙы Ырыҫбаеваны яҡынлашып килгән 8 Март байрамы менән ҡотланы, ветеранға сәскә гөлләмәһе бүләк итте, ныҡлы һаулыҡ теләне. Был хаҡта Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә яҙҙы.
"Бөгөн беҙ Сибай ҡалаһында эшебеҙҙе дауам итәбеҙ. Форсаттан файҙаланып, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сәмиғә Ырыҫмөхәмәт ҡыҙын ҡотланым. Уға декабрь айында 98 йәш тула!
Сәмиға Ырыҫбаева Баймаҡ районының Йәнйегет ауылында тыуған. Ун һигеҙ йәшендә, 1942 йылда, Совет Армияһы сафына алына, училище тамамлағас, 637-се авиация-штурмансылар полкына ебәрелә. Көньяҡ-Көнсығыш, 1-се, 4-се Украина фронттарында авиамеханик, парашюттарҙы йыйыусы булып хеҙмәт итә. Еңеүҙе Чехославакияла ҡаршылай, Украина, Польша, Чехославакияны азат итеүҙә ҡатнаша. 1945 йылда фронттан ҡайтҡас, Медногорск ҡалаһында хәрби заводта эшләй, артабан Сибай баҡыр-көкөрт комбинатының руднигында тир түгә, ташсы һөнәрен дә үҙләштерә.
Сибай ветеранының күкрәген II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены, "Германияны еңгән өсөн", "Хәрби ҡаҙаныштар өсөн" миҙалдары биҙәй.
Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Сәмиға Ырыҫбаева барыһын да яҡшы хәтерләй, зиһене теүәл. Ике йылдан ветерандың йөҙ йәшлек юбилейына килергә һүҙ бирҙем. Сәмиға Ырыҫмөхәмәт ҡыҙына ныҡлы һаулыҡ теләйем! Һеҙҙең менән танышыуыма бик шатмын!" - тип яҙған Радий Хәбиров.
Фото: "Башинформ".