Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
15 Март 2022, 09:00

Ҡартаямы ни һуң йөрәк, маңлайҙар һырланһа ла...

50 йыл буйына мөхәббәттәрен, бер-береһенә хөрмәттәрен һаҡлай алған парҙарҙан өлгө алырға, күп нимәгә өйрәнергә мөмкин.

Ҡартаямы ни һуң йөрәк, маңлайҙар һырланһа ла...
Ҡартаямы ни һуң йөрәк, маңлайҙар һырланһа ла...

Яңыраҡ Яңауыл районы һәм Яңауыл ҡалаһының ЗАГС бүлегендә 50 йыл бергә йәшәгән юбиляр парҙарҙы тантаналы шарттарҙа тәбрикләү ойошторолдо. Бына улар ярты быуат дауамында ҡулға-ҡул тотоношоп, татыу ғаилә ҡорған хеҙмәт ветерандары: Зөһрә һәм Рәйес Ғабдулхаҡовтар, Альвера һәм Муллаян Ғилмановтар, Анна һәм Леонид Хәйретдиновтар, Нина һәм Леонид Вострецовтар, Людмила һәм Леонид Шевкуновтар.

Уларҙың һәр береһе оло тормош юлы үткән. Өлкәндәрҙе берләштергән тағы бер матур сифат: тыуған яҡҡа һөйөү һәм ғорурлыҡ тойғоһо, илһөйәрлек, берҙәмлек. Хеҙмәт ветерандарының ябайлығы, кешелеклеге, бер-береһенә ипле мөнәсәбәте һоҡландыра. 50 йыл буйына мөхәббәттәрен, бер-береһенә хөрмәттәрен һаҡлай алған парҙарҙан өлгө алырға, күп нимәгә өйрәнергә мөмкин.

Был көндә юбиляр парҙарҙы ҡотларға Яңауыл Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре килде. Күңелгә ятышлы музыка аҫтында  вальс бейегән ветерандар йәшлектәрен иҫкә төшөрҙө, хәтирәләргә бирелде.  ЗАГС бүлеге начальнигы Л. Ғәлиева хөрмәтле парҙарға иҫтәлекле бүләктәр һәм Башҡортостан Башлығының ҡотлау адрестарын тапшырҙы.

Фото:  Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: