Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
18 Март 2022, 12:00

Зәйнәб инәйгә - 100 йәш!

Тормош иптәше, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Тәлғәт Ғәзиз улы менән 60 йылдан ашыу татыу ғүмер кисергән.

Зәйнәб инәйгә - 100 йәш!
Зәйнәб инәйгә - 100 йәш!

Башҡортостанда йәнә бер тыл хеҙмәтсәне үҙенең 100 йәшлек юбилейын билдәләне.

Зәйнәб Томеева 1922 йылдың 15 мартында Мәләүез районы Ергән ауылында тыуған. 1939 йылда Стәрлетамаҡ медицина училищеһын тамамлаған.

Ул 48 йыл, 1987 йылға тиклем, Салауат ҡалаһының ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында акушерка булып эшләгән.

Тормош иптәше, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Тәлғәт Ғәзиз улы менән 60 йылдан ашыу татыу ғүмер кисергән! Улар ике ул, бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән, шулай уҡ өс ейәне, биш бүләһе бар.

Бер быуат ғүмер кисергән ағинәйгә артабан да һаулыҡ-сәләмәтлек теләйбеҙ!

Фото: "Моя Уфа. Новости" сайтынан.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: