Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
20 Март 2022, 10:30

Төп еңеүсе - беҙҙең аҡһаҡал!

Пекиндағы Олимпиадала илебеҙ намыҫын яҡлаған спортсыларға теләктәшлек белдереп саңғыға баҫҡан 92 йәшлек ветеран Зәйет Шакиров ниндәй ҡыуаныслы хәбәр алды?

Төп еңеүсе - беҙҙең аҡһаҡал!
Төп еңеүсе - беҙҙең аҡһаҡал!

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Учалы районының Ҡолош ауылынан 92 йәшлек ветеран Зәйет Шакиров Пекиндағы Олимпиадала илебеҙ намыҫын яҡлаған спортсыларға теләктәшлек белдереп, саңғыға баҫҡайны.

Баҡтиһәң, уйындар барған осорҙа Колпино ҡалаһының скандинав йөрөшө буйынса клубы Олимпиадала илебеҙ намыҫын яҡлаған спортсыларға теләктәшлек белдереп, фотоконкурс иғлан иткән булған. Унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән тиҫтәләгән кеше ҡатнашҡан. Учалы районының Ҡолош ауылынан Зәйет Шакировтың да фотоһы унда эләккән - ейәнсәре Алина ебәргән. 

Ошо көндәрҙә иһә ифрат ҡыуаныслы хәбәр килгән: ойоштороу комитеты ижади бәйгегә йомғаҡ яһап, төп еңеүсе итеп 92 йәшлек Зәйет Шакировты атаған - уға Олимпиада символикаһы менән Кубок тапшырыласаҡ!

Афарин, Учалы аҡһаҡалы! Бына кемдән өлгө алырға кәрәк!

Фото: "Моя Уфа".

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: