Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
29 Март 2022, 23:00

“Улдарым менән ҡотларға барҙыҡ”

Ветеран 95 йәшендә үҙен бик яҡшы тоя, балалары, ейәндәре, бүләләренең хәстәрлеген күреп йәшәй.

“Улдарым менән ҡотларға барҙыҡ”
“Улдарым менән ҡотларға барҙыҡ”

Стәрлетамаҡ ҡалаһы мэры Рөстәм Ғәзизов үткән ялда улдары менән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Михаил Иванович Калабуховты 95 йәшлек юбилейы уңайынан ҡотларға барған. Был хаҡта ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙған.

“Михаил Иванович Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында артиллерия ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән, совет-япон һуғышында ҡатнашҡан. Тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡас, “Синтезкаучук” заводында эшләй. Бөгөн дә ул олпат йәшендә бына тигән формала, балалары, ейәндәре һәм бүләләре тарафынан иғтибар, һөйөү, хәстәрлек менән солғап алынған. Ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер теләйбеҙ ветераныбыҙға”, – тип яҙа Рөстәм Фәрит улы.

“Иғтибар һәм хөрмәт – беҙ бөгөн ветерандарыбыҙға бары ошо яҡшылыҡты ғына күрһәтә алабыҙ. Улар киләсәк быуындар азатлығы, именлеге өсөн һуғыштың бөтә ауырлыҡтарын үткән, батырлыҡтар күрһәткән. Беҙҙең бурыс – улар тураһындағы иҫтәлекте киләһе быуындарға тапшырыу”, – тип билдәләгн ҡала хакимиәте башлығы.

Фото: Р. Ғәзизовтың сәхифәһе.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: