Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
13 Апрель , 21:00

Ветерандарҙы ниндәй бүләктәр көтә?

Әҙер тупланма 4 майҙа тапшырылырға тейеш.

Ветерандарҙы ниндәй бүләктәр көтә?
Ветерандарҙы ниндәй бүләктәр көтә?

Оҙаҡламай Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығын ҡаршылаясаҡбыҙ. Оло байрам уңайынан Өфөлә йәшәгән ветерандарға бүләккә Еңеүҙең 77 йыллығы символикаһы төшөрөлгән быйма, жилет һәм мамыҡ шәлдәр тапшырыласаҡ – барыһы 98 комплект әҙерләнә.

Баш ҡала мэрияһы әле бүләк тупланмаларын етештереүсене эҙләй. Заказ дәүләт һатып алыуҙар порталында баҫылған. Контракттың башланғыс хаҡы – 823 мең һум, аҡса ҡала бюджетынан бүленә. Аукцион 18 апрелдә үткәрелә. Контрактҡа ҡул ҡуйылғас, әҙер тауар 4 майҙа тапшырылырға тейеш.

Өфөлә шулай уҡ 9 майҙа үтәсәк Еңеү парадына әҙерлек башланды.

Фото: Башҡортостан ДТРК-һы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас в